+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2021, 14:36

ӨФӨГӘ ЯҠУТ БАЛЕТЫ КИЛӘ

Башҡортостанға беренсе тапҡыр Рәсәйҙең иң төньяғындағы театр – Яҡут дәүләт опера һәм балет театры гастролгә килә. Беҙҙең опера һәм балет театры сәхнәһендә улар 4 сентябрҙән алып 8-енә тиклем дүрт спектакль күрһәтәсәк.  

ӨФӨГӘ ЯҠУТ БАЛЕТЫ КИЛӘ
ӨФӨГӘ ЯҠУТ БАЛЕТЫ КИЛӘ

Яҡут театрының директоры һәм художество етәксеһе Сергей Юнганс һөйләүенсә, декорациялар, яҡтыртыу ҡорамалдары тейәгән ике ҙур фура гастролдәр башланырға ике аҙна ҡалғас юлға сығасаҡ.

4 сентябрҙә театр яҡут театры өсөн махсус яҙылған «Калейдоскоп иллюзий» тигән тамашаны ҡуясаҡ. Жанры «Instagram-да йәшәү тураһындағы мюзикл» тиелгән. Төрлө композиторҙарҙың музыкаһына ҡуйылған балет һигеҙ новелланан тора. Директор һөйләүенсә, спектаклдә 130 костюм һәм 6 ҡатлы декорациялар ҡулланыла. Костюмдар инстраграм таҫмаһындағы кеүек 40 секундта алмашына, артистар шул арала костюмдарын, париктарын алмаштырып, сәхнәгә бөтөнләй башҡа ҡиәфәттә сыға.

5 сентябрҙә Карен Хачатуряндың «Чиполлино» балалар балеты күрһәтелә.  

6 сентябрҙә буласаҡ П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» Симон Вирсаладзе сценографияһында һәм  Юрий Григорович хореографияһында ҡуйылған.

7, 8 сентябрҙә Геннадий Гладков музыкаһына «12 ултырғыс» тигән эксцентрик балет күрһәтеләсәк. Балетта артистар бейеп кенә йөрөмәй, һөйләшә лә.

Сергей Юнганс Якутск ҡалаһындағы мәҙәни тормош тураһында ла һөйләгән. 300 кеше йәшәгән ҡалала һигеҙ театр, филармония һәм цирк эшләй. Опера һәм балет театры труппаһы 350 кешенән тора. Ул йыл да урындағы Мәҙәниәт институтын, музыка, художество һәм хореография училищеларын тамамлаусылар иҫәбенә тулыланып тора.

Өфөгә 100 кешелек команда килә.

Гастроль Волга буйы федераль округының дүрт төбәгендә үтәсәк. 1 сентбярҙән – Татарстанда, артабан Башҡортостанда, Марий Элда һәм Ульяновск өлкәһендә сығыш яһаясаҡтар.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: