-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2021, 14:03

ГӨЛНАЗ ӨФӨЛӘГЕ УҠЫУ ЙОРТОН ҺАЙЛАҒАН

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика гимназия-интернатын тамамлаған Гөлназ Ишемғужинаның рус теле һәм химиянан БДИ-ны 100 балға тапшырғаны тураһында яҙғайныҡ инде. Бына әле ҡыҙҙың ҡайһы юғары уҡыу йортона ингәне билдәле булды.

ГӨЛНАЗ ӨФӨЛӘГЕ УҠЫУ ЙОРТОН ҺАЙЛАҒАН
ГӨЛНАЗ ӨФӨЛӘГЕ УҠЫУ ЙОРТОН ҺАЙЛАҒАН

Гөлназ стоматолог булырға йыйына. Ул документтарын Сеченов исемендәге Мәскәү стоматология университетына, Ҡазан дәүләт университетына һәм Башҡорт дәүләт медицина университетына ебәргән. Был уҡыу йорттарының бөтәһенә лә үткән.

Һәммәһен сағыштырып ҡарағас, Башҡортостан университетында ла стоматологтар әҙерләү кимәле ярайһы уҡ юғары икәнен асыҡлағас, шулай уҡ ата-әсәһенең, ағаларының кәңәшенә лә ҡолаҡ һалып, Гөлназ Өфөләге вузға өҫтөнлөк биргән. Ҡыҙыҡай Өфөнө ярата, бында дуҫтары ла бар, киләсәктә лә Башҡортостанда эшләргә һәм йәшәргә йыйына икән.

Уҡыу йортон тамамлағас, Гөлназ белем алыуын дауам итергә, стажировканы һәм практиканы сит илдәрҙә үтергә хыяллана.

Ҡыҙ сығышы менән Бөрйән районынан, әсәһе – уҡытыусы, атаһы төҙөлөштә эшләй, ике ағаһы Өфөлә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Фото - Гөлназ Ишемғужинаның шәхси архивынан.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в