+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2021, 22:28

КЕМДЕҢ ҠЫМЫҘЫ ИҢ ШӘБЕ?

Бөгөн Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостандағы иң шәп ҡымыҙҙы асыҡлағандар.  Балдарҙы һанағас, жюри еңеүселәрҙе иғлан иткән.

КЕМДЕҢ ҠЫМЫҘЫ ИҢ ШӘБЕ?
КЕМДЕҢ ҠЫМЫҘЫ ИҢ ШӘБЕ?

Конкурста Әбйәлил районынан Фәттәховтарҙың фермер хужалығында бешелгән ҡымыҙ еңгән.   Приз һәм еңеүсе таҫмаһы Айтуған Фәттәховҡа тапшырылған.

Икенсе урында – Йәрмәкәй районынан Наталья Дик, өсөнсө урында – Учалы районынан Лилиә Сәғәҙәтова килтергән ҡымыҙ.

Тамашасы һөйөүе приздарын Йылайыр районынан Марат Абдулов (беренсе урын), Белорет районынан Рәүеф Мәғәфүров (икенсе урын) һәм Дәүләкән районынан Сания Ниғмәтуллина (өсөнсө урын)  етештергән эсемлек яулаған.   

Әйткәндәй, 2020 йыл күрһәткестәре буйынса, Башҡортостан Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса – беренсе урынды, йылҡы малы һаны буйынса икенсе урынды алған.  Былтыр республикала бөтәһе 3,8 мең  тонна шифалы эсемлек етештерелгән (2019 йылда 3,7 мең тонна булған). Башҡортостанда барлығы 117,7 мең баш йылҡы аҫрала.  

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: