-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 20:21

АЛТЫ ЙӘШЛЕК РЕКОРДСЫ

Нефтекаманан алты йәшлек малай «планка» күнегеүендә донъя рекорды ҡуйған.

АЛТЫ ЙӘШЛЕК РЕКОРДСЫ
АЛТЫ ЙӘШЛЕК РЕКОРДСЫ

Доминик Ғарифулин 2 сәғәт 8 минут планкала торған. Әле мәктәпкә лә бармаған бала алты йәшлектәрҙең генә түгел (уларҙың рекорды - 40 минут), ә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең дә (1 сәғәттән артығыраҡ) рекордынан уҙҙырған.  

Йәш рекордсының атаһы Олег улының спорт менән етди шөғөлләнеүе һәм рекордты видеокамераға теркәүҙәре тураһында белдергән, тип хәбәр итә “Башинформ”, «Мэщ Батащ» телеграм-каналына һылтанып.

Әлегә донъя һәм Рәсәй рекордтарын теркәү ойошмалары Доминиктың ҡаҙанышын теркәмәгән.  Әммә материалдарҙы махсус комиссия ҡарай башлаған, унан  яуап көтәләр.  

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: