+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 19:55

ИГЕНСЕЛӘР ЭШТЕ ҠЫҘЫУ ТОТА

Республикала ураҡ йылдам бара. Агросәнәғәт эшсәндәре август уртаһына иген һәм ҡуҙаҡлылар сәселгән баҫыуҙарҙың 65 процентынан уңышты йыйып алғандар, йәғни 1,11 миллион гектарҙың уңышы урып һуғылған, 1,53 миллион тонна ашлыҡ келәттәргә оҙатылған.

ИГЕНСЕЛӘР ЭШТЕ ҠЫҘЫУ ТОТА
ИГЕНСЕЛӘР ЭШТЕ ҠЫҘЫУ ТОТА

Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ауырғазы эшсәндәре беренсе урында бара. Улар иген культуралары һәм ҡуҙаҡлылар сәселгән баҫыуҙарҙың  82 процентын урып һуҡҡан. 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡты келәттәргә һалғандар, гектар ҡеүәте уртаса 25 центнер тәшкил иткән. Ә республика буйынса уртаса күрһәткес – 14 ц/га.

Стәрлетамаҡ районы игенселәре 87 мең тоннаны урып һуҡҡан (иген баҫыуҙарының 60 проценты), уртаса уңыш – гектарынан 19 центнер).  

Өсөнсө урында – саҡмағоштар, тулайым йыйым 85 мең тонна тәшкил итә (уртаса уңыш – 22,2 ц/га).

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: