+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 09:35

СӘЙЕТБАБАЛА ХОККЕЙ МАЙҘАНЫ ӘҘЕР

Башҡортостандағы иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала хоккей ҡабы төҙөлөп бөткән тиерлек.

СӘЙЕТБАБАЛА ХОККЕЙ МАЙҘАНЫ ӘҘЕР
СӘЙЕТБАБАЛА ХОККЕЙ МАЙҘАНЫ ӘҘЕР

Ғафури районындағы был ауылда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты менән «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» төбәк проекты тормошҡа ашырыла.

Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге хоккей ҡабы әҙер тиерлек.  20х40 квадрат метрлы корт 1,5 метр бейеклегендәге селтәр ҡойма менән әйләндерелгән. Гандбол һәм мини-футбол уйындары өсөн ҡапҡалар ҡуяһы ғына ҡалған. 

– Хоккей спортын үҫтерергә кәрәк була, команда төҙөйәсәкбеҙ, –  ти Сәйетбаба ауыл советы башлығы Венер Ҡунафин.

Сығанаҡ: Ғафури район хакимиәте.

Автор:Л. ДӘҮЛӘТШИНА.
Читайте нас: