+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 15:30

ҮТКӘН АҘНАЛА УРМАНДАРҘА 30 ЯНҒЫН СЫҠҠАН

Бөгөн, 16 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғын хәүефенең етдилеген тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрҙө.  

ҮТКӘН АҘНАЛА УРМАНДАРҘА 30 ЯНҒЫН СЫҠҠАН
ҮТКӘН АҘНАЛА УРМАНДАРҘА 30 ЯНҒЫН СЫҠҠАН

«Бөтәгеҙ ҙә прогнозды ҡарағанһығыҙҙыр, моғайын, һауа торошо бер яҡшылыҡ та вәғәҙә итмәй, ямғыр-фәлән көтөлмәй. Шунлыҡтан беҙгә һаман да юғары әҙерлек режимында йәшәргә тура килә», — тине ул  Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.

Республика етәкселеге тәбиғәт янғындары сыҡҡанда иң мөһиме – ваҡытын үткәреп ебәрмәү һәм тиҙ арала ҡамап алыу икәнлеген билдәләне. Ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеп, ул былай тине:

«Янғындарға айырым иғтибар бирегеҙ. Әлегә ҡулығыҙҙан килә, янғындар ҙурға китмәй. Һеҙгә бульдозерҙар йә башҡа техника ебәреүҙән дә еңеле юҡ. Иң мөһиме, һеҙ бурысты тиҙерк ҡуйырға тырышығыҙ, техника кәрәк икән — бөтә республиканан йыябыҙ ҙа ебәрәбеҙ. Кешеләр кәрәк булһа — кешеләрҙе лә йыябыҙ. Ирекмәндәр менән шулай килеп сыҡты ла. Иң мөһиме, ваҡытында өндәшегеҙ, уңайһыҙланмағыҙ».

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров республика Башлығына янғындарҙы һүндереүгә шәхсән иғтибары, БСК һәм «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеларынан Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарына ауыр сылбырлы техниканы ебәрттергәне өсөн рәхмәт әйтте. Техниканың янғындарҙы еңеүҙә ҙур ярҙам күрһәткәнен билдәләне.

Ведомство етәксеһе хәбәр итеүенсә,  үткән аҙнала республика территорияһында 30 урман янғыны сыҡҡан. 16 август иртәһенә ҡарата 10 янғын теркәлгән, шуның 6-һы ҡамалған.  Янғындар үткеһеҙ ҡатмарлы төбәктәрҙә сығыуы арҡаһында бигерәк тә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырған. Уларҙы һүндереүҙә профессиональ янғын һүндереүселәр һәм урмансылар менән бергә урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ҙур тырышлыҡ күрһәтеүе билдәләнә. Шулай уҡ Башҡортостан буйынса МЧС-тың аэромобиль төркөмө, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғын һүндереү расчеттары, Росгвардияның пилотһыҙ осоу аппараттары үҙ өлөшөн индергән.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: