+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2021, 21:09

ЙӘШ ЭШҠЫУАР ХЫЯЛЫН ТОРМОШҠА АШЫРА

Былтыр Илгиз Исмәғилев Архангел районы хакимиәтендә аҙна һайын үткәрелгән  «Инвестсәғәт»тә  еләк үҫтереү проектын күрһәтә. «Инвестсәғәт»тә  "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм  шәхси йүнселлек инициативаһына булышлыҡ" милли проекты сиктәрендә үҙ эшен асыусыларға ярҙам итеү юлдары ҡарала.   

ЙӘШ ЭШҠЫУАР ХЫЯЛЫН ТОРМОШҠА АШЫРА
ЙӘШ ЭШҠЫУАР ХЫЯЛЫН ТОРМОШҠА АШЫРА

Осрашыу һөҙөмтәһендә Илгизгә буласаҡ плантация өсөн ер һайлауҙа ярҙам ителә.

Бөгөн проекттың уңышлы тормошҡа ашырылыуын күрергә була. Абҙан ауылы эргәһендә 1,5 гектар ерҙә тырыш егет 60 меңдән ашыу төп еләк үҫтерә. Еләклектә туғыҙ кеше эшләй.  Киләһе йыл Өфөлә Архангелдың бәрәкәтле ерендә үҫкән еләк һатыла ла башлар.  

Исмәғилев баҫыуҙы киңәйтергә, бөрлөгән, ҡурай еләге һәм күк көртмәле ултыртырға йыйына.

Н. КИРИЛЛОВА.

Сығанаҡ: Архангел район хакимиәте.

ЙӘШ ЭШҠЫУАР ХЫЯЛЫН ТОРМОШҠА АШЫРА
ЙӘШ ЭШҠЫУАР ХЫЯЛЫН ТОРМОШҠА АШЫРА
Автор:Н. КИРИЛЛОВА.
Читайте нас: