Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарға газ үткәреү өсөн сертификат буйынса август башына 3,4 мең йортҡа газ ингән.
Рәсәй Президентының фарманы буйынса газ үткән ауылдарҙағы газһыҙ өйҙәрҙе тоташтырыу программаһы республиканың 2,5 мең тораҡ пунктында 180 мең йорт биләмәһенә газ килтереүҙе күҙҙә тота. Бының өсөн йорт һәм фатир хужалары йә «Газпром газораспределение Уфа» компанияһының рәсми сайты, йә Рәсәйҙе газлаштырыу буйынса Берҙәм оператор, йә МФЦ аша «Газпром газораспределение Уфа» компанияһына ғариза ебәрергә тейеш.
Схемала газ үткәргәндә түләүһеҙ башҡарыла торған эштәр, хужалар күтәрергә тейешле эштәр, газ үткәреү өсөн талаптар, нимәләр кәрәклеге яҙылған.
Сығанаҡ: Башинформ.