+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 11:25

БАЛА ТАБЫУ ЙОРТОНДА БЕР ӘСӘ КЕШЕ БАЛАҺЫН ТӘҘРӘНӘН ЫРҒЫТҠАН

Кисә Стәрлетамаҡта 1-се ҡала дауаханаһының перинаталь үҙәгендә бер әсә икенсеһенең балаһын тәҙрәнән ырғытҡан. Был турала "Башинформ" хәбәр итә.

БАЛА ТАБЫУ ЙОРТОНДА БЕР ӘСӘ КЕШЕ БАЛАҺЫН ТӘҘРӘНӘН ЫРҒЫТҠАН
БАЛА ТАБЫУ ЙОРТОНДА БЕР ӘСӘ КЕШЕ БАЛАҺЫН ТӘҘРӘНӘН ЫРҒЫТҠАН

Был ике ҡатын бер палатала ятҡан. Өсөнсө ҡаттан килеп төшкән ҡыҙ бала бик ныҡ имгәнгән, уны ҡотҡара алмағандар.

Баланы тәҙрәнән бәргән 29 йәшлек ҡатын, bash.news хәбәр итеүенсә,  Ҡырғыҙ-Миәкәнән килгән. Ул Ҡырғыҙ-Миәкәлә психоневрологик диспансерҙа ятҡан, “тирә-йүндәгеләргә хәүефһеҙ” тип сығарғандар.  Декретҡа тиклем ул табип-терапевт булып эшләгән.

Ауырлы ҡатындар үҙәккә  икеһе лә бер көндә килтерелгән, икеһе лә кесарь операцияһы менән тыуҙырған. Икеһен дә реанимация бүлексәһе палатаһына күсергәндәр. 16-һы киске 6-ларҙа имеҙергә килтерелгән баланы теге ҡатын тәҙрәнән ырғытҡан.

Федераль яңылыҡтар агентлығы яҙыуына ҡарағанда, Ҡырғыҙ-Миәкә ҡатынының ире бар, әле ул икенсе балаһын тапҡан, ә һәләк ителгән бәпес өсөнсө бала булып донъяға килгән булған.

Тәфтиш һәм полиция органдары тикшереү үткәрә.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: