+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 20:10

ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ

«Өфө-Арена» боҙ һарайында таң ҡалдырғыс шоу – көрәш буйынса юниорҙар донъя чемпионатын рәсми асыу тантанаһы булды.

ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ

Башҡортостандың баш ҡалаһы – Рәсәйҙә был беренселекте үткәргән тәүге ҡала. Башҡорт бейеүҙәре ыңғайына ҡунаҡтар республика, уның халҡы, йолалары, тарихы менән таныштырылды.

Юниорҙар донъя чемпионатының флагын Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, грек-рим көрәше буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Рәмил Сираев; халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре Рәфис Садиҡов; йәштәр араһында грек-рим көрәше буйынса донъя чемпионы Дамир Әхмәтйәнов; грек-рим көрәше буйынса донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы Ислам Опиев; грек-рим көрәше буйынса 23 йәшкә тиклемге спортсылар араһында донъя беренселегенең бронза призёры Фәдис Валитов һәм грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегенең бронза призёры Илья Кандалин алып сыҡты.

Чемпионатты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, UWW президенты Ненад Лалович, РФ спорт министры урынбаҫары Алексей Морозов, Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили һәм өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тантана барышында  көрәште үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн UWW президентының почёт билдәһе, ә  Ненад Лаловичҡа Дуҫлыҡ ордены тапшырылды.

Артабан шоу-программаны Zainetdin һәм көрәшселәр гимны дауам итте.

 

Валерий Шахов и Олег Яровиков фотолары.

Сығанаҡ: Башинформ. 

ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
ӨФӨЛӘ ДОНЪЯ ЧЕМПИОНАТЫ АСЫЛДЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: