+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 21:17

МӘСКӘҮ ӨФӨЛӘ СТУДЕНТТАР КАМПУСЫ ТӨҘӨҮҘЕ РАҪЛАҒАН

Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия ғилем-белем биреү үҙәгенең студенттар  кампусын төҙөү тураһында ҡарар сыҡҡан. Был турала Рәсәй Хөкүмәтенең премьер-министр Михаил Мишустин етәкселегендә үткән кәңәшмәһендә хәбәр ителеүе тураһында белдерә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

МӘСКӘҮ ӨФӨЛӘ СТУДЕНТТАР КАМПУСЫ ТӨҘӨҮҘЕ РАҪЛАҒАН
МӘСКӘҮ ӨФӨЛӘ СТУДЕНТТАР КАМПУСЫ ТӨҘӨҮҘЕ РАҪЛАҒАН

Социаль селтәрҙәрҙә ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашып, Радий Хәбиров былай тип яҙған:  “Башҡортостандың үҙенең донъя кимәлендәге студенттар кампусы буласаҡ. Быға тиҫтәләрсә  миллиард һум бүленеп, ул студент ятаҡтары төҙөүгә генә китмәйәсәк. Был – тағы ғилми лабораториялар, шулай уҡ студенттар һәм уҡытыусылар өсөн спорт, мәҙәни учреждениелар ҙа. Бының бөтәһе лә ғәмәлдә ҡала үҙәгендә. Илебеҙ Президентына булышлығы өсөн айырыуса рәхмәт. Ғилем-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһына — минең хакимиәттең етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендәге проектлау офисына һәм беҙгә ышанған вуз ректорҙарына айырым рәхмәт. Артабан беҙ бергә алға хәрәкәт итәсәкбеҙ».

Михаил Мишустин илдә университет кампустары булдырыу тураһында һөйләгән. Программа быйыл  Президент ҡушыуы буйынса Фән һәм технологиялар йылында  ғәмәлгә ашырыла башлай. Төрлө төбәктән 30-лап ғариза бирелгән, шуның иң яҡшы һигеҙе, шул иҫәптән Башҡортостан ғаризаһы,  быйыл тормошҡа ашырыла башлау өсөн раҫланған.  

Рәсәй бюджетынан кампус төҙөлөшө хаҡының 60 проценты күләмендә грант бүленә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: