+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 20:35

ШАЯНДАР ҺӘМ ТАПҠЫРҘАР ОҪТАРА

19-22 августа Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башҡорт телендә КВН уйынсылары өсөн Йәйге мәктәп үтә. 

ШАЯНДАР ҺӘМ ТАПҠЫРҘАР ОҪТАРА
ШАЯНДАР ҺӘМ ТАПҠЫРҘАР ОҪТАРА

Башҡорт юниор-лигаһы — 2013 йылдан алып әлегә тиклем Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе мәктәп, колледж уҡыусыларының уҡыу йылы дауамында даими башҡортса КВН уйнау майҙансығы. 2013–2021 йылдар эсендә һигеҙ миҙгел ойошторолоп, фестивалдәр, сирек һәм ярымфиналдар, финалдар, КВН мәктәптәре, етәкселәр өсөн интенсив-семинарҙар үткәрелгән.  

Уҡыусыларҙы тапҡырҙар һәм шаяндар хәрәкәтенә йәлеп итеү һәм уларҙың профессиональ кимәлен күтәреү маҡсатында 2014 йылдан алып Йәйге КВН мәктәбе үткәрелә.  Быйыл унда Ғафури, Нуриман, Салауат райондарынан, Өфө, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан 12–17 йәшлек 50 үҫмер йыйыла.  

Дүрт көн эсендә улар республиканың тәжрибәле КВН-сылары тәжрибәһен, юмор яҙыу техникаһын, актёрлыҡ оҫталығын өйрәнәсәк, мотивация, профориентация күнекмәләре, күмәк ижади эш менән шөғөлләнәсәк.

Балалар дөйәғош фермаһына, минераль сығанаҡтарға барасаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: