+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2021, 20:50

ЯҢҒЫҘ ЮЛСЫНЫҢ СӘФӘРЕ ТАМАМЛАНДЫ

Урал тауҙарын поляр Уралға тиклем яңғыҙы йәйәүләп үтергә тип сығып киткән Өфө сәйәхәтсеһе Олег Чегодаев сәфәрен тамамланы.https://www.exje.ru/ural-exp

ЯҢҒЫҘ ЮЛСЫНЫҢ СӘФӘРЕ ТАМАМЛАНДЫ
ЯҢҒЫҘ ЮЛСЫНЫҢ СӘФӘРЕ ТАМАМЛАНДЫ

1 майҙа юлға сыҡҡан сәйәхәтсе бөтәһе 109 көн буйы атланы, 3 189 километр юл үтте. Ул социаль селтәрҙәрҙә, шул иҫәптән ВКонтакте селтәрендә, сәйәхәтенең барышын яҡтыртып барҙы. Тулы отчет менән проекттың рәсми сайтында танышырға була.

Чегодаев юлын Яйыҡ йылғаһы буйында башлағайны, Йылайыр яйлаһы, Мораҙым тарлауығы, Шүлгән мәмерйәһе, Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағы, Ирәмәл, Тағанай, Ослянка күле, Мань-Пупу-Нер кеүек киң билдәле төбәктәр аша үтте.  Юл ыңғайы урындағы халыҡтар менән осрашты. Һуңғы осрашыуҙарының береһендә уны болан көтөүселәр яңы һуйылған сей ит менән һыйланы.

Олег сәфәре тураһында китап яҙырға йыйына.

Сығанаҡ: Башинформ. 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: