18 август – Рәсәйҙә Географ көнө һәм Рус география йәмғиәте ойошторолған көн. Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге посында хәбәр итә һәм фекерҙәре менән уртаҡлаша:
“Беҙҙең РГО бүлексәһенең федераль коллегалар менән берлектәге бурысы хәтерҙе мәңгеләштереү, илебеҙҙе, бик ҙур территорияларыбыҙҙы тикшереп, яңы биттәр асыу. Ҙур булмаған тикшеренеүҙәребеҙ күрһәтте – Башҡортостандан сыҡҡандар Арктика, Антарктика экспедицияларында әүҙем ҡатнашҡан. Әммә беҙҙең тикшерелмәгән ҙур ҡатлам бар. Беҙҙең мәмерйәләр, тауҙар, йылғалар, күлдәр, беҙҙең ункаль тәбиғәтебеҙ – буласаҡ тикшеренеүҙәр һәм фәнни ҡаҙаныштар предметы”.
Радий Хәбиров Төньяҡ полюсҡа китеп юғалған "Изге Анна" командаһының яҙмышы үҙенә тынғылыҡ бирмәүе, киләһе отпускыларының береһен шуны юллаусы экспедиция составында үткәрергә ниәтләүе тураһында ла белдергән.
Бөгөнгө ултырышта Рус география йәмғиәтенең башҡарма директоры урынбаҫары Сергей Корлыханов ҡатнашты һәм Радий Хәбировҡа Почет грамотаһы тапшырҙы. Йәнә ул быйыл Рус география йәмғиәте фестиваленең Мәскәүҙә түгел, ә илдең ҙур ҡалаларында – Екатеринбургта, Краснодарҙа, Томскиҙа, Владикавказда һәм Өфөлә үтәсәген хәбәр итте.