Проектты ҡарағас, Нуриман районы хакимиәте уға «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси йүнселлеккә булышлыҡ итеү» милли проектының райондағы программаһы сиктәрендә финанс ярҙамы күрһәтергә ҡарар итә.
Шулай итеп, Ғирфанов ағас эшкәртеү цехы асып ебәрә, унда йорт комплекттары, өҫтәлдәр, ултырғыстар, баҫҡыстар һәм башҡа көнкүреш йыһаздары етештерә.
Илфирҙың тағы бер ниәте бар: Нуриман районы өсөн өр-яңы йүнселлек төрө – бысҡы вағында бәшмәк үҫтереү менән шөғөлләнергә йыйына.
Сығанаҡ: Нуриман районы хакимиәте.