+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2021, 18:22

БЫЛ ЙӘЙ ЯУЫМ-ТӨШӨМ ҒӘҘӘТТӘГЕНӘН ИКЕ ТАПҠЫРҒА КӘМ БУЛҒАН

Быйыл йәй Башҡортостанда яуым-төшөм уртаса айлыҡ нормаларҙан ике тапҡырға әҙерәк яуған.

БЫЛ ЙӘЙ ЯУЫМ-ТӨШӨМ ҒӘҘӘТТӘГЕНӘН ИКЕ ТАПҠЫРҒА КӘМ БУЛҒАН
БЫЛ ЙӘЙ ЯУЫМ-ТӨШӨМ ҒӘҘӘТТӘГЕНӘН ИКЕ ТАПҠЫРҒА КӘМ БУЛҒАН

Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторингылау идаралығының метеопрогноздар бүлеге начальнигы Гөлназ Заһитова белдереүенсә, норма айына 40-70 мм тәшкил итә. Башҡортостанда ҡоролоҡ майҙа башланды. Майҙа норманың өстән бер өлөшө, ә августа 10 проценты ғына яуған.

«Һәйбәт яңылығым юҡ, – тигән Гөлназ Заһитова. –  Киләһе өс көндә һауа торошо әлеге хәлендә һаҡлана. Аяҙ күк һәм август өсөн аномаль юғары температуралар прогнозлайбыҙ».

Иртәгә көндөҙ Өфөлә 35–37 градус эҫе, айырым райондарҙа 38–39 градусҡа етә.

Башҡортостан буйынса МЧС янғындар хәүефенең бик юғары булыуы, кешеләрҙең

һаулығына зазар килеү ихтималлығы тураһында иҫәкртә, көн үҙәгендә 12-нән 16 сәғәткә тиклем ҡояш аҫтында йөрөмәҫкә, араҡы эсмәҫкә, күберәк һыу эсергә, ҡулдан аҙыҡ-түлек һатып алмаҫҡа, әүҙем спорт менән шөғөлләнмәҫкә, селләлә автомобиль эсендә кеше ултыртып ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: