+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2021, 10:24

ӨФӨЛӘ ИЛДЕҢ ЙӘШ ҺӨНӘР ЭЙӘЛӘРЕ ЯРЫШАСАҠ

Өфө  WorldSkills Russia чемпионатының финалын үткәрергә әҙерләнә. Чемпионат 25 августан 29-ына тиклем барасаҡ, унда ҡатнашыусылар 163 майҙансыҡта 105 компетенцияла ярышасаҡ.

ӨФӨЛӘ ИЛДЕҢ ЙӘШ ҺӨНӘР ЭЙӘЛӘРЕ ЯРЫШАСАҠ
ӨФӨЛӘ ИЛДЕҢ ЙӘШ ҺӨНӘР ЭЙӘЛӘРЕ ЯРЫШАСАҠ

Әлеге мәлгә 110 мең квадрат метрҙа ваҡытлы конструкциялар ҡоролған. Уларҙа конкурс заданиеларын үтәү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Башҡортостандың Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәлләмова әйтеүенсә, милли финал майҙансығына сит илдәрҙә һәм ватанда етештерелгән иң заманса ҡорамалдар  ҡуйыла.

«Ярыштар тамамланғас, һатып алынған бөтә ҡорамалдар республика колледждары һәм техникумдары араһында үткәрелгән конкурслы һайлау нигеҙендә уларҙың лабораторияларында тороп ҡаласаҡ. Беҙгә ҡорамалдарҙың лабораторияларҙа һөҙөмтәле ҡулланылыуы, студенттарҙың алдынғы технологиялар буйынса уҡыуы мөһим», — ти Кира Ғәлләмова.

WorldSkills Russia чемпионатында илдең төбәк финалдарында еңеп сыҡҡан 10 – 24 йәшлек конкурсанттар ҡатнашасаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ. 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: