+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2021, 20:06

ЙЫРТҠЫСТЫ СИТТӘН КҮҘӘТЕҮ ХӘЙЕРЛЕ

Өфөләге «Обнимашки» аралашыу зоопаркында бөгөн күңелһеҙ хәл булған.

ЙЫРТҠЫСТЫ СИТТӘН КҮҘӘТЕҮ ХӘЙЕРЛЕ
ЙЫРТҠЫСТЫ СИТТӘН КҮҘӘТЕҮ ХӘЙЕРЛЕ

Каруанһарай эргәһендә урынлашҡан был зоопаркҡа йәнлектәр күрергә килгән ғаиләгә америка януты (енот-полоскун) ташланған, бер йәшлек баланың битен яралаған, ата-әсәһенең дә ҡулдарын  тырнаған, тешләгән.

Баланы ашығыс ярҙам машинаһында Республика балалар клиник дауаханаһына килтергәндәр.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, баланы бит-яңаҡ хирургы ҡараған һәм дауаханаға һалдырған. Баланың йөҙөндәге яраларҙы эшкәртеп, тегеп ҡуйғандар.

2020 йылдың июненән башлап зоопарктарҙа йыртҡыс ҡырағай хайуандар менән аралашыу балаларға ла, өлкәндәргә лә тыйыла. Америка януты аралашыу тыйылған хайуандар исемлегенә инә.  

Фотолар: Википедиянан (1) һәм obnimashki.me (2, 3) сайтынан.

Сығанаҡ: Башинформ.

ЙЫРТҠЫСТЫ СИТТӘН КҮҘӘТЕҮ ХӘЙЕРЛЕ
ЙЫРТҠЫСТЫ СИТТӘН КҮҘӘТЕҮ ХӘЙЕРЛЕ
ЙЫРТҠЫСТЫ СИТТӘН КҮҘӘТЕҮ ХӘЙЕРЛЕ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: