Белорет районындағы Ирәкташ янғыны төнөн уратып алынһа ла, бөтөнләй ҡамалған тип булмай. Төп көстәр ошонда эшләй. 26 берәмек техника һәм 100-ҙән ашыу кеше Ирәкташ янғынын һүндерә. Янған төбәккә барып етеү өсөн юлһыҙ ерҙән дүрт сәғәт буйы барырға кәрәк. Ҡала һәм район эшҡыуарҙары, Тирлән халҡы янғын менән көрәшеүселәргә һыу һәм аҙыҡ илтеп тора. Бында тәбиғәт янғыны 13 августа башланған. Бында, билдәле булыуынса, ҡорумдарҙан һәм һарыҡташтарҙан торған таш йылғалар һибелгән, улар араһындағы ҡалын мүк ҡатламы быҫҡып янып тик ята икән.
Оператив штаб эшләй, яңы көстәр һәм техника килтерелә. Урман тирәләрендәге ауылдар уратып һөрөлгән, Рәсәй МЧС-ының пилотһыҙ осҡостары ярҙамында урмандар өҫтән күҙәтелә. Тораҡ пункттарға хәүеф янаған осраҡҡа Белорет районында 13 465 кешене һыйҙырмалы 66 ваҡытлыса төйәк пункты ҡоролорға әҙер, тигәндәр БР буйынса МЧС-тың матбуғат хеҙмәтендә.
Селлә һәм янғын хәүефе арҡаһында Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы республика урман фондында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡланыуы тураһында иҫкәртә һәм граждандарға урман фондына йәйәү ҙә, транспорт менән дә инеүҙе тыйған приказ сығарған. Сикләү 20 августан 9 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Туристар һәм һунарсыларға ла был бойороҡто үтәргә тура киләсәк. Урманда янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, 8-347-218-14-14 номеры менән БР Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә йә 8-800-100-94-00 берҙәм федераль номерына шылтыратығыҙ һәм утты һүндереү өсөн мөмкин булған сараларҙы күрә һалығыҙ.
Башҡортостан буйынса МЧС фотолары.