-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 21:17

«БАШАВТОТРАНС»ТА ТЕХНИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮҘЕ ҠУЛАЙЛАШТЫРАЛАР

«Башавтотранс»тың филиалы булған 8-се Өфө автотранспорт предприятиеһында автобустарҙы техник хеҙмәтләндереү ваҡытын өс тапҡырға ҡыҫҡартыуға өлгәшәләр. Был, үҙ сиратында, автобустарҙың хәрәкәт интервалын кәметәсәк.

«БАШАВТОТРАНС»ТА ТЕХНИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮҘЕ ҠУЛАЙЛАШТЫРАЛАР
«БАШАВТОТРАНС»ТА ТЕХНИК ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮҘЕ ҠУЛАЙЛАШТЫРАЛАР

Бөгөн хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү илдең төп стратегик өҫтөнлөгө тип билдәләнгән.  «Башавтотранс» ДУП-ында ремонттың һәм техник хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу милли проектта ҡатнашыусылар өсөн өлгөгә әүерелеүе ихтимал. Әгәр предприятие «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектының бөтә күрһәткестәрен дә үтәһә,  был тәжрибәне башҡа автоколонналарға, шул иҫәптән башҡа төбәктәгеләргә лә, таратырға мөмкин буласаҡ, — ти БР иҡтисади үҫеш һәм инвестициялау сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары  Айрат Фәхретдинов.

Эксперттар ҡаплағыстар (заглушка) ҡуйғанда, лак буяғанда, контролер көткәндә ваҡыт күп китеүен асыҡлаған. Ҡаплағыстарҙы беркетеү схемаһын үҙгәртеп, лакты бумала менән түгел, пульверизатор менән буяп, йыйыусы хеҙмәткәрҙе  үҙконтролгә күсереп, был проблемалар хәл ителгән. Ҡулайлаштырыу бер автобусты техник хеҙмәтләндереүҙе 234 минут урынына 72,4 минутта башҡарыу мөмкинлеген биргән.

— Автобустарыбыҙҙың ТО-2 башҡарыуға киткән ваҡытын ҡыҫҡартһаҡ, «Башавтотранс»тың ремонт базаһында шәхси транспортта пассажир ташыусыларҙы ла хеҙмәтләндерә алыр инек. Бөгөн  шәхси эшҡыуарҙар  машиналарына ТО-2 үткәртеүгә 5,5 сәғәт сарыф итә, был иҡтисади яҡтан отошло түгел. Милли проектҡа ҡушылып, «Башавтотранс» һөҙөмтәлерәк һәм конкуренцияға һәләтлерәк буласаҡ, — ти проекттың етәксеһе,  ДУП-тың генераль директорының финанс буйынса урынбаҫары Искәндәр Сәғитов.  

Пилот проект быйыл декабрҙә тамамланасаҡ.

Билдәле булыуынса, «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май Указы менән раҫланғайны.  Указ илдә 2014 йылға тиклем йыл һайын хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 процентҡа үҫтереү бурысын ҡуя.

 

Сығанаҡ: Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялау сәйәсәте министрлығы.

Автор:Л. САФИНА.
Читайте нас: