+1 °С
Болотло
Республика етәксеһе Өфөлә кәрәҙле элемтә операторҙары вәкилдәре менән осрашып һөйләшә.
МТС компанияһы бәләкәй база станциялары ҡорорға ризалаша. Ниһайәт, Аҡъюл һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарына кәрәҙле элемтә килде. Тиҙҙән Ураҙбай, Аҡназар, Һаҡмар Наҙарғол, Үрнәк һәм Оло Арыҫланғол ауылдарында ла бәләкәй база станциялары ҡуйыласаҡ һәм элемтә барлыҡҡа киләсәк.
Элемтә ҡоролмаһы 3G стандартын ҡабул итә һәм тауышлы бәйләнеш менән мобиль интернет ҡулланыу мөмкинлеген бирә.
Ҡарлуғас Ишемғолова фотоһы.
Сығанаҡ: Башинформ.