+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
21 Августа 2021, 15:50

БАШҠОРТОСТАН КӨРӘШСЕЛӘРЕ ЕҢДЕ

Көрәш буйынса Өфөлә барған юниорҙар донъя чемпионатында Башҡортостандан сығыш яһаған Сәйедхөсәйен Баҡаев бөгөн грек-рим көрәшендә 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә алтын миҙалға лайыҡ булған.  Ул Грузия көрәшсеһе Диего Чхиквадзены 10:0 иҫәбе менән еңгән.

БАШҠОРТОСТАН КӨРӘШСЕЛӘРЕ ЕҢДЕБАШҠОРТОСТАН КӨРӘШСЕЛӘРЕ ЕҢДЕ
БАШҠОРТОСТАН КӨРӘШСЕЛӘРЕ ЕҢДЕ

Чемпионат еңеүсеһенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров награда тапшырған.

Ошо уҡ грек-рим көрәшендә 87 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә лә Башҡортостан көрәшсеһе Адлан Амриев еңгән.  Ул Голландиянан Тайрон Стеркенбургты 5:1 иҫәбе менән отҡан.

 

Сығанаҡ: Башинформ. 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас