0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2021, 16:04

ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ УРАЛ ҺЫРТЫ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ

Билдәле Өфө сәйәхәтсеһе Олег Чегодаев, яңғыҙы ғына 109 көнлөк  походта йөрөп ҡайтҡас,  «Башинформ»дағы матбуғат конференцияһында журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.  

ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ УРАЛ ҺЫРТЫ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ
ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ УРАЛ ҺЫРТЫ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ

Урал һыртарын көньяҡтан төньяҡҡа үтеп сыҡҡан беренсе сәйәхәтсе булараҡ, Олег Чегодаевтың сәфәре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, әлбиттә. Ул Ырымбур өлкәһендәге Долгие тауынан юлға сығып, төньяҡтағы Контантинов Каменгә тиклем барып етә, Кара диңгеҙенә 20 километр ғына ҡала.

Олег сәйәхәткә ярты йыл буйы әҙерләнгән. Үҙе менән фотоаппарат, спутник трекеры, бер килограмм аккумулятор батареялары ала. Фото, видеолар төшөрә. Ул китап яҙасаҡ, күп сериялы документаль фильм ҡорасаҡ.

3183 километр араны тигеҙлеккә төшмәйенсә тик тауҙар буйлап үтеү анһат булмай. Ҡатыны Татьяна спутник трекеры аша һәр саҡ бәйләнештә була, этаптарҙы (ә улар 17 була)  үтеү өсөн кәрәк нәмәләрҙе, аҙыҡ-түлекте илтеүҙе ойоштора. Посылкаларҙы иптәштәре, почта, вертолеттар, поезд машинистары алып бара.

Посылкаларҙағы аҙыҡ-түлекте әҙерләү өсөн Олегтың әсәһе  яуаплы була: ул 100 килограмм аҙыҡты 100-әр грамлы итеп төрөп сыға. Рациондың нигеҙен сублимацияланған ит менән ярмалар тәшкил итә. Сәйәхәтсе көнөнә бер тапҡыр берәй тәмле нәмә, мәҫәлән, лазанья ашай. Олег туҡланыуҙың төрлө һәм тулы ҡиммәтле булыуын мөһим тип һанай, сөнки юл  ҡатмарлы, яңғыҙыңа анһат түгел, етмәһә, ризығың да гел бер төрлө булһа, дәрт-дарман етмәй. Юлда, әлбиттә, еләк-емеш йыйырға, балыҡ тоторға, һунар итергә була, ти Олег, әммә аулағанды эшкәртеп, бешереп ултырырға кәрәк, ваҡыт һәм газ күп тотонола.

Юлда Олег алты пар кроссовка туҙҙыра. Урал һыртындағы 100 үргә күтәрелә. Климат үҙгәргәнгә тауҙарҙың да үҙгәреүен күрә: 50 йыл эсендә тау баштарындағы боҙлоҡтарҙың 25 проценты ирегән, Уралды ағас баҫып бара, 100 йыл эсендә ағастар 70 метрға өҫкәрәк үрләгән. Киләһе йөҙ йыллыҡта Ирәмәл яйлаһын урман баҫыр, моғайын, ти Олег.

Юл буйында ул кешеләрҙе осратмаған тиерлек. Көньяҡта ун көнгә бер кемделер осратһа ла, төньяҡҡа етә килә кешеләр тап булмаған, тик болан көтөүселәр генә осраған. Һуңғы 700 километрҙы көтөүлектән көтөүлеккә бара-бара үткән. Болан көтөүселәр бик ҡунаҡсыл булған, Олегты үҙ яҡтарындағы ризыҡтар менән һыйлаған.

Чегодаев урмандарҙағы иң хәүефле өс йән эйәһен атаған, улар – кеше, талпан һәм айыу. Олег юлда саҡта Урта Уралда һалда аҡҡан бер турист ҡатынды рецидивист бур үлтереүе хаҡында һөйләй.

Ә талпандар, ти Олег, айыуға ҡарағанда күберәк кешенең башына еткән. Иң ҡыйыны, ти ул, яңғыҙ сәйәхәттә иртән тороуыңа арҡаңа талпан ҡаҙалғанын һиҙеп ҡалыу, уны үҙең ала алмайһың бит инде. Олег менән ундай хәлдәр булмаған, сөнки ул бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгән.

Айыу менән ете тапҡыр осрашҡан. Иң насары – айыу өҫтөнә көтмәгәндә барып сығыу, шуның өсөн шаулап, таяҡ шаҡылдатып йөрөү кәрәк, ти ул. Айыу күренһә, шулай тауышланып атлаған. Бер тапҡыр ғына айыу менән ҡапыл осрашҡан, метр ярымдай ғына ара ҡалған. Айыуҙың да ҡото осҡан.

Сәйәхәтсе урмандарҙың ауылдар тирәһендә бик бысраҡ, сүп-сарлы булыуын билдәләй. Туристарҙың күбеһе үҙ артынан йыйыштырып, тәртипкә килтереп китә, ти ул. Урманда усаҡ яғыу хәүефле, етмәһә, сүп-сарҙы усаҡҡа ташлағанға ул урын сүпләнеп ҡала, ти Олег, сәйәхәткә портатив горелка йөрөтөү иң уңайлыһы һәм хәүефһеҙе булыуын билдәләп.

Йәнә һуңғы ваҡытта тәбиғәткә «нуль йоғонто яһау» принцибының таралыу табыуын телгә ала:

«Хатта палаткаңдың ситен баҫтырыу өсөн алған таштарҙы ла кире урынына һалып кит», — ти сәйәхәтсе.

 

Сығанаҡ: Башинформ. 

ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ УРАЛ ҺЫРТЫ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ
ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ УРАЛ ҺЫРТЫ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: