+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 19:06

ИКЕ КӨНДӘН ӨФӨЛӘ РӘСӘЙ ПРОФЕССИОНАЛДАРЫ ЯРЫШЫ БАШЛАНА

WorldSkills Russia стандарттары буйынса Рәсәй «Йәш профессионалдар» оҫталыҡ ярышының быйылғы финалы  Өфөлә үтә. Ул 25 – 29 августа барасаҡ, йәғни иртәгә һуңға асыласаҡ.

ИКЕ КӨНДӘН ӨФӨЛӘ РӘСӘЙ ПРОФЕССИОНАЛДАРЫ ЯРЫШЫ БАШЛАНА
ИКЕ КӨНДӘН ӨФӨЛӘ РӘСӘЙ ПРОФЕССИОНАЛДАРЫ ЯРЫШЫ БАШЛАНА

Сара йыл һайын «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә үтә.

Рәсәйҙең 76 төбәгенән килгән командалар бөтәһе 105 компетенцияла ярышасаҡ. Компетенциялар ете блокҡа бүленгән: төҙөлөш һәм төҙөлөш технологиялары, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, етештереү һәм инженер технологиялары, хеҙмәттәр өлкәһе, транспорт һәм логистика, мәғариф. Ҡатнашыусылар – 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге урта профессональ һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, 16 йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары. Бөтәһе 1800 конкурсант һәм 2000 эксперт  киләсәк.

Чемпионатты асыу тантанаһы 25 августа «Ватан» паркында була. Егор Крид менән «Дабро» төркөмө хедлайнер итеп саҡырылған. 

Республика ярышҡа ныҡ әҙерләнде. Өфөнөң Рубеж урамында ҙур майҙанда Йәш профессионалдар паркы төҙөлдө (87 мең квадрат метр самаһы), 10 мең берәмек самаһы ҡорамал алынды. 93 компетенция ярышы шунда үтәсәк. Ҡалғандары Өфө колледждарында, Чесноковкалағы МЧС базаһында, «Өфө» аэропортында үҙғарыла.

Башҡортостан йыйылма командаһы ла әҙерләнде. Ул 103 компетенция буйынса көс һынашасаҡ. Командала 498 кеше: 280-е – конкурста ҡатнашыусы, 218-е – эксперт.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: