+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2021, 11:23

ПЕНСИОНЕРҘАРҒА – 10 МЕҢ, ХӘРБИҘӘРГӘ – 15 МЕҢ

Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсионерҙарға быйыл 10-ар мең һум таратырға тәҡдим итә. Быны ул йәкшәмбе «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре менән осрашҡанда әйткән. Хәрбиҙәргә Президент уртаса 15 мең һум бирергә кәрәк, ти. Быныһы ла бер тапҡыр бирелә торған түләү.

ПЕНСИОНЕРҘАРҒА – 10 МЕҢ, ХӘРБИҘӘРГӘ – 15 МЕҢ
ПЕНСИОНЕРҘАРҒА – 10 МЕҢ, ХӘРБИҘӘРГӘ – 15 МЕҢ

«Минең ҡарашҡа, пенсияға өҫтәлә торған мең һум етерлек түгел», — ти Путин.

10 меңде ул эшләүсе пенсионерҙарға ла, эшләмәүселәргә түләргә ҡуша.

Президент билдәләүенсә, «Берҙәм Рәсәй»гә, Хөкүмәткә һәм тейешле ведомстволарға был мәсьәлә буйынса эшләргә кәрәк, тема партия съезының икенсе этабында ентеклерәк ҡараласаҡ.   

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: