-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 12:25

262 АУЫЛ ИНТЕРНЕТЛЫ БУЛАСАҠ

«Интернетлы булыу» төбәк проекты ярҙамында Башҡортостандың 50 районындағы 262 ауыл глобаль селтәргә тоташтырыласаҡ (100 меңдән ашыу кеше йәшәгән 40 мең йорт хужалығы). Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә  республика цифрлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдерҙе.

262 АУЫЛ ИНТЕРНЕТЛЫ БУЛАСАҠ
262 АУЫЛ ИНТЕРНЕТЛЫ БУЛАСАҠ

Проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлгөһөндә эшләй. «Башинформсвязь» йәмғиәтенә республика бюджетынан кабель үткәреү сығымдарының 50%-ын ҡапларлыҡ субсидия бүленә, йәғни һәр йорт иҫәбенә 6 мең һум тирәһе төшә.

«Проект күләмлелеге буйынса, шулай уҡ элемтә операторының финанслауҙа ҡатнашыу кимәле менән Рәсәй өсөн уникаль булып тора», — ти Разумикин.

Министр белдереүенсә, бөгөнгә 262 ауылдың 165-ендә халыҡты интернетҡа тоташтырыу йылдам бара, 19 ауылда төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған һәм тиҙҙән тоташтырыуҙар башлана. 36 ауылда селтәрҙәр һалына, ҡалған  42-һендә эштәр графиика ярашлы башланырға тора. Төп эштәрҙе, ти министр, быйыл 1 октябргә тамамлау ҡарала, IV кварталға йорттарҙы тоташтырырға ғына ҡала.  

Оператор менән договор төҙөүселәрҙең 45%-ы интернет һәм IP-телевидение хеҙмәттәрен һайлаған. 26%-ы – тик интернетты, 22% – тулы пакетты (интернет, телевидение, телефония), 7%  интернет һәи телефонияны һайлаған.

Хеҙмәттәрҙән баш тартыусылар ҙа бар. Уларҙың 47%-ы баш тартыуын – ауылда йәй көнө генә йәшәүе, 16%-ы аппаратура алырға аҡса юҡлығы менән аңлатҡан, 16% (башлыса өлкән йәштәгеләр) элемтә кәрәкмәй тигән.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: