-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 12:55

БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН

Быйыл аграрийҙар ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан 2,1 миллион тонна иген йыйырғы планлаштыра. Был турала республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары–ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов быйыл беренсе кварталда тармаҡ үҫешен йомғаҡлау ултырышында белдергән.

БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН
БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН

Ҡоролоҡтан юғалтыуҙар ҙур, әлбиттә. Мал аҙығы культуралары уңышы ҙур зыян күргән. Яҡынса 614 хужалыҡтың 587 гектарҙағы сәсеүлектәре һәләк булған.

Малсылыҡ тармағы продукцияһы республика агросәнәғәтенең күрһәткестәренә ыңғай йоғонто яһай. Беренсе ярты йыллыҡта ауыл хужалығы продукцияһының 95 проценты малсылыҡтан алынған. Һөт былтырғы беренсе ярты йыллыҡ менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа, йомортҡа 12,2 процентҡа артҡан. Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, йыл аҙағына ит етештереү тармағынан бик яҡшы күрһәткестәр көтөлә, был йәһәттән Благовар, Шишмә, Бүздәк, Әлшәй һәм Бәләбәй райондарында «Таврос» компаниялар төркөмө тормошҡа ашырған проекттар һөҙөмтәле буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә ураҡ тураһында пост биргән. Төбәк етәксеһе хәбәр итеүенсә, республика баҫыуҙарынан 1 миллион 727 тонна иген культуралары һуғып алынған. Һигеҙ районда иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культураларҙың 90 проценттан ашыуы һуғылған. Алдынғылар – Илеш, Әлшәй, Дәүләкән, Туймазы, Миәкә, Борай, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы райондары.

Фотоларҙа: республика баҫыуҙары. Радий Хәбировтың ВКонтакте селтәрендәге аккаунтынан.

БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН
БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН
БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН
БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН
БӨГӨНГӘ 1,727 МИЛЛИОН ТОННА ИГЕН ҺУҒЫЛҒАН
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас в