+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 13:38

ЕЙӘНСУРАЛАҒЫ ТӘБИҒӘТ ЯНҒЫНЫН ҺҮНДЕРЕРГӘ ИРЕКМӘНДӘР ЯРҘАМЫ КӘРӘК

Бөгөн  Ейәнсура районы Казанка ауылы эргәһендә халыҡ тәбиғәт янғыны менән көрәшә. Ут бер нисә йөҙ гектарҙы ялмап алған. 

ЕЙӘНСУРАЛАҒЫ ТӘБИҒӘТ ЯНҒЫНЫН ҺҮНДЕРЕРГӘ ИРЕКМӘНДӘР ЯРҘАМЫ КӘРӘК
ЕЙӘНСУРАЛАҒЫ ТӘБИҒӘТ ЯНҒЫНЫН ҺҮНДЕРЕРГӘ ИРЕКМӘНДӘР ЯРҘАМЫ КӘРӘК

«Ирекмәндәр йыябыҙ. Казанка ауылы мәктәбендә йыйылырға. Унда координаторҙар бар, һәммәһен аңлаталар, кәрәк мәғлүмәтте бирәләр. Йылы аш ойошторола», —  тип яҙған Ейәнсура районы башлығы Дәмин Юланов.

Бөгөн янғынды уратып алырға тырышалар. 15 трактор, Күмертауҙан аэромобиль төркөм эшләй. Ике автобуста Йылайыр һәм Хәйбулла районынан ирекмәндәр килгән.

Координаторҙарҙың телефоны: +7 927 237 73 69 (Әлмирә), +7 927 927 31 48 (Фидан).

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: