+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 11:34

ВЛАДИМИР ПУТИН НИМӘЛӘР ТӘҠДИМ ИТТЕ?

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин “Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында сығыш яһаны.

ВЛАДИМИР ПУТИН НИМӘЛӘР ТӘҠДИМ ИТТЕ?
ВЛАДИМИР ПУТИН НИМӘЛӘР ТӘҠДИМ ИТТЕ?

Президент биргән күрһәтмәләр һәм тәҡдимдәрҙең ҡайһы берҙәре ошолар: пенсионерҙарға 10 меңде тиҙерәк таратырға; 2022 йылда пенсияларҙы инфляция кимәленән күберәк индексацияларға; һәр хәрби хеҙмәткәргә, шул иҫәптән училище курсанттарына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә лә, бер тапҡыр 15 мең түләргә; бурыстарҙы ҡаплатыу өсөн социаль түләүҙәрҙе автоматик тартып алыуҙы тыйырға; бәләкәй бизнесты тағы бер йыл буйы тикшереүҙәр менән йонсотмаҫҡа; авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү өсөн 45 млрд һум бүлергә; вакцинанан баш тартҡан өсөн эштән ҡыумаҫҡа, ә ихтирамлы өгөтләү юлын ҡулланырға; эшһеҙҙәргә һәм йәштәргә ярҙамға махсус программалар булдырырға; төбәктәрҙә янғындар менән көрәшкә өҫтәмә рәүештә 24 млрд һум бүлергә; ике, өс, дүрт һәм күберәк балалы ныҡ һәм имен ғаиләләрҙе “Рәсәйҙең киләсәге өлгөһө” итергә һ.б.  

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы биргән аңлатмаға ярашлы, 10 меңде бөтәһе 43 миллион самаһы пенсионер аласаҡ. Аҡса сентябрҙә пенсия менән бергә тапшырыласаҡ: әлеге көндә пенсионерҙарҙың 70 проценты пенсияһын картаға ала, 30 проценты өйгә ҡулаҡсалата килтертә.

Фото: kremlin.ru сайтынан.

 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: