+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 12:42

WORLDSKILLS ФИНАЛЫНДА ТАМАШАСЫЛАРҘЫ НИҘӘР КӨТӘ?

Бөгөн Өфөлә IX «Йәш профессионалдар» милли чемпионаты (WorldSkills Russia) финалы асыла. Ярыш программаһы башлыса Рубеж урамындағы «Йәш профессионалдар паркы»нда үтәсәк.  

Чемпионатты асыу тантанаһы бөгөн кис 20 сәғәттә «Ватан» паркында була. Чемпионатта ҡатнашыусылар сәхнә эргәһендәге айырым зонала урынлашасаҡ, ә тамашасылар тамашаны битләүҙәрҙән ҡарай аласаҡ. Бындай сикләү коронавирус таралыуҙы иҫкәртеү сараһы булып тора.

Асыу тантанаһында яҡтылыҡ диоды беркетелгән мең дрон тамашаһы күрһәтеләсәк, дрондар 10–300 метр бейеклектә осасаҡ.   

Концертта Егор Крид ҡатнаша, һуңынан байрам салюты була.

26 августа яҡташ йырсы Земфира Рамазанованың тыуған көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Был көндө «Ватан» паркы сәхнәһендә интерактив трибьют-шоу ойошторолоп, ҡаланың популяр рок-коллективтары яратҡан төркөмдәренең йырҙарын башҡарасаҡ. Земфираның һәм «Чайф» төркөмөнөң композициялары ла яңғыраясаҡ. Программаны DJ Gabba аса. 20:00 башлана.

27 августа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры  «Ат уйнатып алдан бара...» тигән спектакль күрһәтәсәк. Постановка генерал Миңлеғәли Шайморатов менән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлына бағышланған.

28 августа чемпионат ҡунаҡтары һәм өфөләр «Кино төнө» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша ала. 17 сәғәттән башлап Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы ҙур экранда төбәк мультипликаторҙарының йәнһүрттәрен күрһәтәсәк

IX Национального чемпионата «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) чемпионатының финалын ябыу  тантанаһы 29 августа «Ватан» паркында үтәсәк. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ. «Дабро» төркөмө хедлайнер ителә. Тантана 19 сәғәттә башлана һәм салют менән тамамлана.

Фото: БР Хөкүмәте.

Сығанаҡ: Башинформ

#ҺәнәкЖурналыWorldSkillsRussia 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: