Китапханаларҙы яңыса үҙгәртеүгә федераль һәм республика бюджеттарынан 5,1-әр миллион һум бүленә. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләгән.
Яңыртылған китапханаларҙа китап уҡырға ғына түгел, ә яңы гәзит-журналдар ҡараштырырға, өҫтәл уйындары уйнарға, фильмдар ҡарарға һәм кафела ял итергә лә була
Учреждениеларҙа ремонт барышында китапхана майҙандары бер нисә зонаға бүленгән: балалар, йәштәр, ғаилә, айырым эш, уҡыу зоналары һәм конференц-зал барлыҡҡа килгән. Китап фонды яңыртылған.
Китапханаларға килеүселәр Милли электрон китапхана, Борис Ельцин исемендәге Президент китапханаһы, «Литрес» һәм «Консультант» мәғлүмәт базалары менән файҙалана ала.
«Сиратта – Дыуан, Иглин, Ишембай, Ҡыйғы, Күгәрсен, Салауат, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Учалы райондары. Уларҙа яңы китапханалар 2021 йылдың аҙағына тиклем асыласаҡ», — тигән Радий Хәбиров.