+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2021, 20:10

РАДИЙ ХӘБИРОВ WORLDSKILLS САРАЛАРЫНЫҢ ӘҺӘМИӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ил күләмендә WorldSkills йоғонтоһо: чемпионатта ҡатнашыуҙан алып милли проектты тормошҡа ашырыуғаса» тигән пленар ултырышта сығыш яһаны. Ул чемпионаттың ниндәй төп проблеманы хәл итә алыуы тураһында һөйләне.  

РАДИЙ ХӘБИРОВ WORLDSKILLS САРАЛАРЫНЫҢ ӘҺӘМИӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ
РАДИЙ ХӘБИРОВ WORLDSKILLS САРАЛАРЫНЫҢ ӘҺӘМИӘТЕ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘНЕ

«Глобаль йәһәттән әйткәндә, кешелек алдында, бөтә илдәр алдында күп ҡаршылыҡтар тора, улар төрлө. Ләкин беҙҙе яҡын киләсәктә көткән бер ҡаршылыҡ – хеҙмәт ресурстарының етешмәүе, — тине Радий Хәбиров. — Хәҙер Башҡортостан Республикаһы буйынса: беҙгә әле үк хеҙмәт ресурстары етмәй. Һуңғы йылдарҙағы эште анализлағанда, беҙ инвестициялар йәлеп итеүгә ҙур тиҙләнеш бирҙек, тип ышаныслы әйтә алам.  Был етди, мөһим «паровозды» этеп ҡуҙғатып ебәрҙек, шикелле, һәм республикаға инвестициялар ағыла башланы. Инвестициялар — ул яңы предприятиелар, яңы эш урындары. Республикабыҙҙа айырым  иҡтисади зона эшләй. Бер йылдан ҙур булмаған ҡалаларыбыҙҙа беҙгә 800 тегенсе табырға кәрәк буласаҡ (уларға ҡытлыҡ менән осрашасаҡбыҙ әле). Икенсе —  ...беҙ «ҡырын төшөп ятҡан» предприятиелар менән дә эшләнек. Хәҙер улар эшләп тора, һәм уларға ла белгестәр, хеҙмәт ресурстары кәрәк». Радий Хәбиров бик күптәрҙең газ һәм нефть ятҡылыҡтарына вахта менән йөрөп эшләүен телгә алды, уларға ла лайыҡлы эш хаҡы менән үҙебеҙҙә эш урындары булдырыу кәрәклеген әйтте. WorldSkills ошондай мөһим  мәсьәләләрҙе хәл итергә булыша ла инде.

«Өсөнсөһө, – тине Радий Хәбиров, –  оҙаҡ йылдар буйы ентекле эш һөҙөмтәһендә республикала урта махсус белем биреү нигеҙҙә һаҡлап ҡалынды.  Башҡортостанда 96 урта махсус уҡыу йорто бар – был бик күп.  WorldSkills үткәндән һуң ошо уҡыу йорттары, беҙҙең колледждар, һулыш яңыртып ҡаласаҡ. Ил тарихында төрлөһөн күрҙек – бөтәһе лә юрист, социолог, политолог булғыһы килгән осорҙо ла үткәрҙек. Ләкин хәҙер илебеҙҙең милли байлығын үҙ ҡулдары менән эшләй торған кешеләр кәрәк».

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: