Президент чемпионатта ҡатнашыусылар «көсөргәнешле конкуренциялы көрәштә оҫталығын һәм күнекмәләрен, сикһеҙ ижади мөмкинлектәрен тулыһынса күрһәтә алыр. Ҡатмарлы профессиональ бурыстарҙы сифатлы һәм етеҙ хәл итергә һәләтле булыуҙарын иҫбатлар» тигән ышаныс белдерә.
Владимир Путин бындай форумдарҙың мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу, тәжрибә һәм белемдәр алмашыу, дуҫтарса аралашыу өсөн һәйбәт шарт тыуҙырыуын билдәләй һәм уңышҡа өлгәшергә ярҙам иткән һәр кемгә, кәңәшсе-тәрбиәселәргә, тренерҙарға хөрмәтен белдерә.