+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август 2021, 18:53

ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ

Быйылғы йәй селләһе һәм янғындары менән ғүмерлеккә хәтергә һеңеп ҡалыр, моғайын.

ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ
ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ

Янғындарҙы һүндереү, ауыл-ҡалаларға үткәрмәү өсөн бер ни менән иҫәпләшмәй, ал-ял белмәй эшләгән хеҙмәткәрҙәр, ҡала-ауылдар кешеләре, ирекмәндәр ҡаһарманлыҡ күрһәтте һәм әле лә быны дауам итә. Батырҙарҙың исемен белергә, үҙҙәрен күрергә кәрәк. “Башинформ” уларҙың бер нисәһе менән таныштыра. Бына береһе тураһында.

Алексей Владимирович Васильев МЧС-тың Башҡортостан бүлексәһендә эшләй, махсуслаштырылған янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы начальнигы, 40 йәштә. «Янғында күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. МЧС сафында 20 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Янғын һүндергәндә «яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй», ти ул.  

Алексей быйыл Әбйәлил районында урман янғынын һүндергәндә ирекмәндәрҙең күплегенә хайран ҡалған. Урыны-урыны менән 200-гә етәләр ине, ти. Өфө, Сибай, Магнитогорск, Белорет кешеләре килгән, араларында ҡыҙҙар күп булған. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән, һыу, аҙыҡ ташығандар, йүгерешеп ранецтар менән һүндерешеп йөрөгәндәр, һыу килтереп торғандар, линияларҙы һуҙышҡандар. Уларһыҙ беҙгә күпкә ҡатмарлы булыр ине, ти Алексей.

Ә икенсе бер янғында, Йылайыр районы Ҡыҙҙарбиргән ауылында, ирекмәндәр булмаған, ауыл халҡы ғына сыҡҡан. Ирҙәр юл күрһәтеп, оҙатышып, ҡатын-ҡыҙҙар ҡайнар аш менән һыйлап ярҙам иткән. Ул ерҙә оҙаҡ ҡына эшләргә тура килгәс, ҡоро паек менән генә тамаҡ туямы ла көс буламы ни, халыҡтың һыйынан бик ҡәнәғәт ҡалған янғын һүндереүселәр.

Алексей Владимирович аңлатыуынса, урман янғындарын һүндереү – МЧС хеҙмәткәрҙәренең бурысы түгел, ә Урман хужалығы министрлығының эше. МЧС халыҡты, тораҡ пункттарҙы, иҡтисад объекттарын һаҡларға тейеш. Быйылғы йәй урман янғындарының нәҡ халыҡҡа янауы арҡаһында МЧС хеҙмәткәрҙәре лә янғындарҙан бушамаған.

Сығанаҡ: Башинформ

 

ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ
ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ
ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ
ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ
ЯҢҒЫҘ ҠАРҒА ЯҘ КИЛТЕРМӘЙ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: