Уларға ярҙамға урмансылар, ирекмәндәр, урындағы халыҡ килә. Бөтәһе 159 берәмек техника, 800-ҙән ашыу кеше ут менән көрәшә, тип хәбәр итәләр МЧС-тың Башҡортостан бүлексәһенән.
Эште Белорет хакимиәте башлығы Андрей Иванюта координациялай. Әммә районда хәл шул тиклем ҡатмарлы, хатта башлыҡ республикаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Төнгә ялҡын һүндерелеп, ҡарауылдар ҡалдырыла, әммә иртәнгә Морат тауының (был үр тау саңғыһы трассалары менән киң билдәле) иң үре тағы дөрләп китә. Унда күтәрелеү бигерәк ауыр, ирекмәндәр ранецтар менән бер төшөп, бер күтәрелә. Ирҙәр янғынды әйләндереп ҡаҙып сыҡҡан. Инде һүндерҙек тигәндә көслө ел тағы яндырып ебәргән. Ҙур булмаған был майҙанда 100-ләп кеше эшләгән. Белорет ҡалаһы ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре килгән, эш бөтәһенә лә еткән.
“Стройкомплект” заводы хеҙмәткәре Кирилл Кулаков һөйләүенсә, Ағиҙел йылғаһы тау аҫтынан ғына ағып ятһа ла, һыуҙы бер нисә йөҙ метрлыҡ текә үргә насос менән һурҙырып күтәртеү килеп сыҡмаған, һыуҙы халыҡ ташый.
Алексей Нестеров һыу инергә барған ерҙән янғын һүндереүгә ҡушылып киткән. Янып бөткән көл генә тип баҫһаң, аҫтында шул тиклем ҡыҙыу, ботинка табаны ирей, ҡороған ағастар ҙа өҫкә ҡоларға ғына тора, шуға һаҡ йөрөргә кәрәк, ти ул.
Сығанаҡ: Башинформ.