+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2021, 19:08

РАДИЙ ХӘБИРОВ УЛЫН WORLDSKILLS RUSSIA МАЙҘАНСЫҒЫНА АЛЫП КИЛГӘН

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өлкән улы Фәритте   WorldSkills чемпионаты барған йәш һөнәрмәндәр паркына алып килгән.

РАДИЙ ХӘБИРОВ УЛЫН WORLDSKILLS RUSSIA МАЙҘАНСЫҒЫНА АЛЫП КИЛГӘН
РАДИЙ ХӘБИРОВ УЛЫН WORLDSKILLS RUSSIA МАЙҘАНСЫҒЫНА АЛЫП КИЛГӘН

Радий Хәбиров һәр ата-әсәгә, айырыуса үҫмер балалары булғандарға, балалары менән бында килергә кәңәш итә. Майҙанда төрлө һөнәрҙәрҙе һынап ҡарау мөмкинлеген биргән ҡоролмалар ҡуйылған. Балалар бында һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт ала, үҙ күҙҙәре менән күрә, ҡулдары менән нәмәләрҙер эшләп ҡарай, нимәнең нисек эшләгәнен тикшерә. Киләсәккә һөнәр һайлауҙа быларҙың бик файҙалы булыуы ихтимал. Балалар һатыусы ла ҡарауылсы, уҡытыусы ла юрист йә табип һөнәрҙәренән тыш та, һис юғында вахтасы булыуҙан башҡа ла бик мауыҡтырғыс һәм һәйбәт аҡсалы башҡа эштәр ҙә барлығын күрһен.

Парк Өфөнөң Рубеж урамында урынлашҡан (Аэропорт юлы буйындағы “Мега” магазины эргәһендә).   

Try-a-skill тип аталған интерактив майҙансыҡ һәм 5–11-се класс уҡыусылары өсөн комплекслы профориентация майҙансығы – килеүселәр ҡарамағында. Павильон номеры – Н1.

Иртәгә шәмбе был майҙансыҡтар сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләй. Инеү ирекле.

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: