+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2021, 19:25

УРАЛ ҺЫРТЫН БУЙЛАҒАН ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕРГӘ БАРА

Теләгәндәр уға ҡушыла ала. Автобус бөгөн төн юлға сыға. Олег был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә яҙа һәм ирекмәндәрҙе ял көндәренә үҙе менән бергә барырға саҡыра, сөнки Көньяҡ Уралда хәл ҡатмарлы, Көмәрҙәк һыртында тағы бер урын янып киткән.

УРАЛ ҺЫРТЫН БУЙЛАҒАН ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕРГӘ БАРА
УРАЛ ҺЫРТЫН БУЙЛАҒАН ОЛЕГ ЧЕГОДАЕВ ЯНҒЫН ҺҮНДЕРЕРГӘ БАРА

Олег Чегодаев менән барырға теләүселәр уға 89639084185 телефонына хәбәр яҙһын. Үҙең менән йоҡо кәрәк-ярағы, аҙыҡ алырға, тигән Олег. Урында тамаҡ әҙерләргә тырышасаҡтар, әммә донъя хәлен белеп булмай, көс йә мөмкинлек етмәүе бар.

Фото: Олег Чегодаевтың ВКонтакте аккаунтынан.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: