+20 °С
Болотло
Рәлиф Ситдиҡовтың ғаилә оҫтаханаһында уның ҡәйнәһе менән ҡатыны ла эшләй. Улар башҡорт милли биҙәүестәре, күн, тире, кейеҙҙән төрлө әйберҙәр, шулай уҡ казак, скиф мәҙәниәте сувенирҙары етештерә. Киоскылағы продукциялары чемпионат ҡатнашыусыларын һәм ҡунаҡтарын Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте менән таныштыра.
Өфөлә «Орел и решка» тапшырыуы төшөрөлгәндә Рәлиф нагайка ишеү буйынса алып барыусы Тимур Родригезҡа оҫталыҡ дәресе бирә.