-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 14:20

БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ БАЛАЛАР, ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ ЙӘШТӘР ӨСӨН КОНКУРС ИҒЛАН ИТТЕ

Конкурс 1 сентябрҙән 30 сентябргә тиклем бара. Ул балаларҙы башҡортса текстар яҙырға, башҡорт теленең һүҙ байлығын ҡулланырға өйрәтеү, башҡорт исемдәренең мәғәнәһен төшөндөрөү, шулай уҡ виртуаль мөхиттә башҡорт телен ҡулланыу даирәһен киңәйтеү маҡсатын ҡуя.

БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ БАЛАЛАР, ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ ЙӘШТӘР ӨСӨН КОНКУРС ИҒЛАН ИТТЕ
БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ БАЛАЛАР, ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ ЙӘШТӘР ӨСӨН КОНКУРС ИҒЛАН ИТТЕ

Конкурстың шарттары ябай ғына. Быға тиклем донъя күргән махсус һүҙлектәрҙе ҡулланып, башҡорт исемдәре тураһында мәҡәләләр яҙырға кәрәк. Бер исемгә бер мәҡәлә яҙыла. Унда  исемгә аңлатма бирелә, ошо исемде йөрөткән билдәле шәхестәрҙең исемлеге төҙөлә, уларҙың Википедиялағы мәҡәләләренә һылтанма ҡуйыла.

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре ҡулланырға тәҡдим ителгән һүҙлектәр исемлеген төҙгән, «Китаптар» онлайн китапханаһындағы китаптарға һылтанмалар бирелгән. Әҙер исемлекте ҡулланырға һәм уны яңы яҙған мәҡәләгә өҫтәргә кәрәк була.

Википедияла башлап яҙышыусыларға тәжрибәле эксперт-ирекмәндәр ярҙам итәсәк. Башҡорт Википедияһында нисек эшләргә өйрәткән видеояҙмалар ҙа бар.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://w.wiki/3eJv адресы аша йәки Яндекс-эҙләгестә «Проект:Башҡорт исемдәре 2021» тип яҙып табырға була.

Конкурс Башҡортостан Башлығы грантына үткәрелә һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Башҡорт тарихы йылы» проектына инә.

Конкурста әүҙем ҡатнашыусыларға дәртләндереү саралары: грант иҫәбенән башҡорт телендәге матбуғат баҫмаларына яҙылыу йә «Озон» интернет магазины сертификаты менән бүләкәләү, виртуаль миҙалдар, бүләкләнеү тураһында сертификаттар тапшырыу – былар һәммәһе баланың портфолиоһына тос өлөш буласаҡ. Приз фонды 120 мең һум тәшкил итә.

 

БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ БАЛАЛАР, ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ ЙӘШТӘР ӨСӨН КОНКУРС ИҒЛАН ИТТЕ
БАШҠОРТ ВИКИПЕДИЯҺЫ БАЛАЛАР, ҮҪМЕРҘӘР ҺӘМ ЙӘШТӘР ӨСӨН КОНКУРС ИҒЛАН ИТТЕ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: