+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 12:11

ӨФӨЛӘ WORLDSKILLS RUSSIA–2021 IX МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫ ФИНАЛЫ ТАМАМЛАНДЫ

Кисә кис «Ватан» паркында «Йәш профессионалдар» IX Милли чемпионаты (WorldSkills Russia – 2021) финалын ябыу тантанаһы булды. Сара 25 августа асылғайны.

ӨФӨЛӘ WORLDSKILLS RUSSIA–2021 IX МИЛЛИ  ЧЕМПИОНАТЫ ФИНАЛЫ ТАМАМЛАНДЫ
ӨФӨЛӘ WORLDSKILLS RUSSIA–2021 IX МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫ ФИНАЛЫ ТАМАМЛАНДЫ

Йәш һөнәр эйәләре ярышы «Мәғариф» милли проектының «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә йыл һайын үткәрелә.

Тантанала Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны.

Артабан 105 компетенцияла ярышта кемдәр еңеү яулағаны иғлан ителде һәм һәр береһендә тәүге өс урынды алыусыларға алтын, көмөш һәм бронза миҙалдар тапшырылды.  

Дөйөм команда иҫәбендә Мәскәү йыйылма командаһы абсолют чемпион булып сыҡты. Беренсе урынды – Татарстан, икенсе урынды – Башҡортостан менән Санкт-Петербург, өсөнсө  урынды Мәскәү өлкәһе командалары яуланы.

Тантана «Дабро» төркөмөнөң сығышы һәм салют менән тамамланды. 

 

ӨФӨЛӘ WORLDSKILLS RUSSIA–2021 IX МИЛЛИ  ЧЕМПИОНАТЫ ФИНАЛЫ ТАМАМЛАНДЫ
ӨФӨЛӘ WORLDSKILLS RUSSIA–2021 IX МИЛЛИ  ЧЕМПИОНАТЫ ФИНАЛЫ ТАМАМЛАНДЫ
ӨФӨЛӘ WORLDSKILLS RUSSIA–2021 IX МИЛЛИ ЧЕМПИОНАТЫ ФИНАЛЫ ТАМАМЛАНДЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: