+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 13:40

МИНИСТР – 1 СЕНТЯБРЬ ТУРАҺЫНДА

Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин Белем көнөнөң нисек үтәсәге тураһында һөйләне. Класс линейкалары аысҡ һауала үтәсәк. Битлекле режимды күҙәтеп, ата-әсәләрҙең дә ҡатнашыуы рөхсәт ителә.  

МИНИСТР – 1 СЕНТЯБРЬ ТУРАҺЫНДА
МИНИСТР – 1 СЕНТЯБРЬ ТУРАҺЫНДА

Кластарҙың үтеү юлдары төрлө төҫлө маркировка менән билдәләнергә тейеш була.

Балаларҙы уҡытыуҙа кабинет системаһы һаҡлана.  Уҡыу кабинеттары тәнәфестәрҙә елләтелергә тейеш.  

Педагогтар өсөн битлек режимы һаҡлана, әммә дәрес унһыҙ үткәрелә.  Әлеге көнгә педагогтарҙың 70 проценты самаһы вакцина ҡаҙатҡан.

Мәктәптәрҙә 500-ләп кеше медицина инспекторы булып эшләйәсәк.  

Сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларҙы дистанциялы уҡытыу рөхсәт ителә. Ата-әсә мәктәп етәкселегенә баланың бөтә девайстар менән тәьмин ителгәнлеге һәм башҡа балалар менән бер төрлө режимда белем аласағы тураһында ғариза яҙырға тейеш.

 

Фото: Олег Яровиков.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: