+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 15:23

ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ Хикәйә Беренсе бүлек

Сабира алтынан уҡ торҙо. Тәүге тапҡыр эшкә барған өсөн генә түгел, шулай ғәҙәтләнгән. Мәктәпте ҡалдырғандан һуң байтаҡ ҡына эш таба алмай йонсоно. Бала ҡарауҙан алып әбей-бабайға тиклем тәрбиәсе итеп үҙен саҡыралар ҙа ул, эшенең еңел түгел икәнлеге лә мәғлүм, мул да түләйҙәр икән, ләкин тота килеп билдәле уҡытыусы, заманында президиумдарҙа ултырған кеше, юғары исемдәре лә бар, бала-сағамы, әбей-бабаймы артынан нисек итеп көршәк күтәреп йөрөһөн?  Үҙеңде ҡәҙерләргә, баһаңды белергә кәрәк, тине ул. Хатта иҙән йыуыу, баҡса ҡарау һымаҡ эштәрҙән дә баш тартты.

ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ  Хикәйә Беренсе бүлек
ЙӘШЛЕК МЕНӘН ОСРАШЫУ Хикәйә Беренсе бүлек

Ә бына был фирма оҡшаны. Исеме лә заманса. Кешеләре лә башҡаларҙан айырылып торған һымаҡ. Курьер вазифаһына эшкә алдылар. Эше ауыр түгел, иртән етегә киләһең, сәғәт туғыҙҙарҙа тотторған ҡағыҙҙарын таратып сығыу өсөн ҡала буйлап китәһең. Эше оҡшаны. Оҡшаны тип, үҙенә тәғәйенләнгән пенсияһы етә. Ә өйҙә иҫерек ирҙән көндөҙ булһа ла ҡотолоп тороуҙың башҡа юлы юҡ. Атаһына лайыҡлы алмаш булып, ана, улы үҫеп килә. Сабира өйләндереп тә ҡарағайны үҙен, ғаилә тормошо бер йылға ла барманы. Ҡоҙаһы менән ҡоҙағыйы, ипле генә кешеләр, эш ҙурға китмәҫ борон айырылышһындар тип, улдарын сығарып ебәрҙеләр.

Заманында бар өмөттәр бағлап кейәүгә сыҡҡайны Фиратына. Тәүҙә комсомол хеҙмәткәре, аҙаҡ партия эшмәкәре, матур ғына карьера ла яһаған һымаҡ булғайны. Утыҙ йәше тулыр-тулмаҫ ҡала комитетында бүлек мөдире вазифаһын биләне, диссертацияһын яҡланы.

– Бына минең парашютым да, запастағы аэродромым да ошо, – тип, тарих буйынса фән кандидаты дәрәжәһен раҫлаған ҡыҙыл ҡалын кенәгәне үбә-үбә һөйләнгәйне. – Тағы бер-ике ынтылһам, докторлыҡ та ҡулда буласаҡ, – тип өмөтләнгәйне, өлгөрмәне, бүлектәре-ниҙәре менән партияның ҡала комитеты емерелеп төштө, уның артынса фирҡәләрен дә ҡыуып таратып ҡуйҙылар.

– Бына парашютымды сығарыр ваҡыт етте, – тип теге кенәгәһен тотоп йөрөп ҡарағайны, үҫешкән социализм шарттарында эшселәрҙең сәйәси әүҙемлеген күтәреү кемгә хәжәт булһын инде? Тотоп туҡмамаһалар, бик хуш әле. Шулай, бар булған өҫтөнлөктәре, өмөттәре, хыялдары юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Фират һымаҡтарға ышанып йөрөгән кешеләрен әйт. Ире былай тырышманы түгел, тырышты. Яңы фирҡәләр араһында урын эҙләп ҡараны, ләкин ни коммунистары, ни демократтары уны ҡолас киреп ҡаршы алырға ашыҡманы.

Ә Сабираның бәхетле булыу мөмкинлектәре бар ине. Әллә үҙенең ҡулынан килмәне, әллә ирен тота алманы.

Сабира үҙе эшләй башлаясаҡ бинаның мөһабәт бинаһына һоҡланып ҡарап торҙо. Уны йылы хис-тойғолар солғап алды. Аҡсаһын түләһәләр, бер аҙ кейенеп алыр, Аллаһы бойорһа, бәлки, түләп булһа ла улының уҡыуын тамамлатып ҡуйыр.

Иртән әллә ни эш күп булманы. Анһат эш булырға оҡшаған, шуға тилбер генә, теүәл генә йөрөргә кәрәк.

Төштән һуң ҡаршыһына  бер ир тап килде. Үҙе таныш та һымаҡ, барыбер иҫенә төшөрә алманы. Мәғариф идаралығы тирәһендә эшләгән кеше түгелме икән? Эргәһендә һаҡсыһы йүгерә. Юлдарына Сабира тура килгәс, һаҡсыһы, алға сыға һалып, курьерҙы еңел генә итеп ситкә этеп ҡуйҙы.

Алты тулғас, ҡайтырға рөхсәт иттеләр. Магазинға кереп, тағы ла ваҡ-төйәк әйбер алды, сит кешеләр түгел бит, өйҙәгеләрҙе лә ашатырға кәрәк. Фираты һәр ваҡыттағыса иҫерек. Улы ла шаҡтай ҡыҙмаса. Исмаһам, улын уҡытып, берәй эшкә урынлаштырырға кәрәк ине. Уҡытыусылары уға ҙур өмөт бағлағайны, тик көсө етмәне.

– Һин ҡайҙа йөрөйһөң? – тип уҫал ҡаршы алды уны Фират. – Улың ҡайтты, ә һинең ашарға бер нәмәң дә юҡ.

– Һыуытҡыста йомортҡа бар, шуны булһа ла ҡурып ашар инегеҙ.

– Һин нимә, әсәһе, беҙҙе йомортҡаға ултыртып ҡуймаҡсы булаһыңмы? Әгәр йомортҡа менән алдаштырам тиһәң, сығабыҙ ҙа билмән һатып алабыҙ.

Ҡатын һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙ икәнен белә, шуға өндәшмәй.

Фән кандидаты менән тәжрбәле уҡытыусының көрәше барыбер һуңғыһының файҙаһына тамамланмаясаҡ. Ир, әсәйеңдең кәрәген бирҙем бит, тигән ҡиәфәт менән улы эргәһенә сыҡты.

– Мин хәҙер көндөҙ өйҙә булмайым, мин эшләйем, – тине Сабира. – Үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрергә өйрәнегеҙ.

– Һин эшләйһең? – тип аптыраны ире. – Хәйер, дөрөҫ эшләйһең, эшлә. Заманында бик еңел йәшәнең. Май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ булдың. Минең арҡала икәнен онотма.

Сабира көлөмһөрәп ҡуйҙы. Үҙенең мәктәптә нисәмә йыл уңышлы эшләгәндән һуң ниндәй ауырлыҡ менән юғары исем алыуын иҫенә төшөрҙө.  

– Фирҡә функционерының ҡатыны, заманында үҙенә кәрәген алып бөттө. Хәҙер беҙҙең сират етте, – тип ғүмер буйы бергә эшләгән әхирәттәре ҡаршы сыҡты, үҙенең көндәштәренә әйләнде. Иң уңышлы уҡыусылар уныҡы ине, олимпиадаларҙа еңделәр, Мәскәүгә, Питерға уҡырға инделәр. Шунан һуң ғына уға юғары исемде бирергә мәжбүр булдылар. Фират бит был хаҡта белмәй. Һаман да элекке һаташыуҙар менән йәшәй, хатта үҙенең кандидатлыҡ диссертацияһында яҙылғандарҙы һаман да хәҡиҡәт тип иҫәпләй.

Бөгөн иртән эшкә килһә, кисә осраған ир тағы юлында тап булды. Ҡулын һелтәп килеүенән танып ҡалды уны Сабира. Бәй, Рәхим түгелме һуң?

Бына ул да туҡтаны.

– Ғәфү итегеҙ, һеҙ минең һабаҡташҡа оҡшағанһығыҙ, һеҙ Сабира бит?

– Рәхим? Ә мин һине кисә таныманым, бөгөн тауышыңдан танып торам.

– Шулай тауышым танырлыҡ инеме? Һеҙ бында нишләйһегеҙ?

– Мин бында эшкә урынлаштым. Кисә генә башланым. Һеҙ ҙә ошонда эшләйһегеҙме?

– Эйе, – тине Рәхим теләр-теләмәҫ кенә. – Ә һеҙ бында ҡайҙа ултыраһығыҙ?

– Беренсе ҡатта, дөйөм бүлектә ултырам.

Ҡалғанын әйтеп бөтмәне Сабира, бергә уҡыған һабаҡташҡа, аптырағандың көнөнән курьер булып эшләйем, ҡала буйлап сабам, тип һөйләп тормакҫ инде.

– Ғәфү итегеҙ, Сабира, мин хәҙер ҡалаға сығып киләм, һеҙҙе төштән һуң табырмын, аҙаҡ һөйләшербеҙ.

Шулай ҡоро ғына хушлаштылар. Сабира элекке мөхәббәтен нисәмә йылдар үткәндән һуң шулай беренсе тапҡыр күрҙе. Көнө буйы ҡала буйлап арҡыры-буй сапҡанда ошо осрашыу күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуя. Рәхим бер ҙә үҙгәрмәгән, эйе, сәстәре ап-аҡ, элекке егерме йәшлек егет  түгел инде, олпат, етди ҡиәтфәтле. Ҡатыны, балалары барҙыр инде. Ә заманында Фират менән Рәхим Сабираның мөхәббәтен яулау өсөн үҙ-ара һуғышып та бөттөләр. Унынсы класта булдымы икән, класташтарының береһе байрамға өйҙәренә саҡырҙы. Еңелсә генә шарап эстеләр, торт, төрлө кәнфит байтаҡ ҡына ине. Сабира шунда мәжлестең уртаһында ултырҙы, бер яғында – Фират, икенсе яғында – әлеге Рәхим. Һабаҡташтар ике егеттең Сабираның иғтибарын яулау өсөн көрәшеүен дә, ҡыҙҙың кемгә өҫтөнлөк бирергә белмәй аптыраныуын да һиҙә, ә Сабира өндәшмәй. Шул ваҡыт Ильяс һикереп торҙо.

– Хәҙер урамға сығабыҙ. Беҙҙең Фират менән Рәхим көс һынашасаҡ. Еңеүсе бында ҡала, ә икенсе урынды алыусыға махсус приз – ул ҡайтып китеү хоҡуғын ала.

Сабира белә ине көрәштең ғәҙел түгеллеген. Ильяс менән Фираттың алдан һөйләшеп килешеп эшләүен дә һиҙенде. Юғиһә Рәхимдең алдына бер туҡтауһыҙ кәсәләр ҡуймаҫ инеләр. Уныһы, быға тиклем эске күрмәгән малай, тәүҙә бер төрлө булып алды, аҙаҡ бөтөнләй йомшарҙы. Эргәһендә ултырған Сабираны ҡосаҡларға ынтылды, Фират менән икеһен ни өсөн уртаға баҫтырып ҡуйыуҙарын да аңлап бөтмәне шикелле. Йыуыныу бүлмәһенә алып кереп, һалҡын һыу менән битен йыуыуҙары ла ярҙам итмәне. Икәүләп таҫтамалдарын тотоп уртаға баҫыуҙарына Рәхим Фиратты еңел генә итеп эләктереп алғайны, тегеһе һиҙҙермәй генә аяҡ салды ла әйләндереп күкрәгенә һалған булды һәм бер ынтылыуҙа тамам хәлһеҙләнгән класташын алып та ырғытты.

Ильясҡа дуҫының еңеүен раҫлап ҡулын күтәрергә һәм Рәхимгә икенсе урын тураһында иғлан итергә генә ҡалды. Нимә булғанын аңлап етмәгән Рәхим ошонда йөрөнө әле. Иң аҙаҡтан класташтары уны өйөнә илтеп ҡуйҙы. Ә Фират был ваҡытта Сабираны ҡосағына алып, үҙенең иң йылы һүҙҙәрен һөйләй, арҡаһынан ярата, үбә һәм еңеү шатлығы менән уртаҡлаша ине.

Ғәрләнде Сабира, нимә эшләргә белмәне. Дөрөҫөн әйткәндә Рәхимгә күңеле битараф түгел ине, тик Фиратҡа бирешеп торғанына йәне көйҙө.

Әле бер нисә йыл элек класташтар менән осрашҡайнылар, Фират һәр ваҡыттағыса эсеп иҫереп бара алманы. Кеше лә күп түгел ине. Класташтарынан береһе Рәхим хаҡында мәғлүмәттәр килтергән. Ҙур ғына бер корпорацияға эшкә алғандар, хәҙер Мәскәү, Берлин, Лондон араһында осоп ғүмере үтә икән.

Сабира дөйөм бүлеккә инде. Мөдир, уға бик сәйерһенеп кенә ҡарап:

– Һеҙҙе, атҡаҙанған уҡытыусыны, курьер сифатында күргәс, бик ғәжәпләнгәйнем. Раҫҡа сыҡты, һеҙ ябай кеше түгел икән.

– Ә нимә булды? – тип аптыраны Сабира.

– Филиалдың етәксеһе Рәхим Маликович һеҙҙе эҙләп бында керҙе. Бер тапҡыр шылтыратты. Бүлеккә ҡайтыу менән үҙенә инергә ҡушты.

– Хәҙер миңә нимә эшләргә?

– Бер нәмә лә эшләргә түгел, өҫ-башығыҙҙы ипкә килтерәһегеҙ ҙә етәксенең алдына барып баҫаһығыҙ.

– Хәҙер үкме?

– Әлбиттә, хәҙер үк. Рәхим Малик улын тағы үҙегеҙҙе эҙләргә мәжбүр итергә уйлайһығыҙмы?

Етәксенең ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған йәш кенә текә ҡатын килеп инде.

– Латипова ҡайттымы? Сабира Латипова ҡайҙа?

– Ҡайтты, бына тора, танышығыҙ.

– Сабира Хөрмәтовна.

Секретарша, һеҙ нишләп беҙҙең хужаны беҙҙән алда мәшәҡәтләп йөрөйһөгеҙ, һеҙгә ундай хоҡуҡты кем бирҙе, тигән ҡиәфәт менән әллә аптырап, әллә ытырғанып, фирманың курьерын баштан-аяҡ ҡарап сыҡты.

– Әйҙәгеҙ минең менән!

Икәүләп лифтҡа үттеләр. Бер минут эсендә ҡабул итеү бүлмәһенә барып инделәр. Ишек асылды һәм Рәхим Малик улы килеп сыҡты.  

Автор:Р. ҒӘЛИМОВ.
Читайте нас: