Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, спортсыларҙың туғандары, дуҫ-иштәре, журналистар өҫтәл теннисы буйынса алтын миҙал алған Елена Прокофьеваны, рапира ярышында бронза яулаған Никита Нагаевты һәм Паралимпиадала ҡатнашҡан спортсы Альберт Камаловты ҡаршы алды. Спортсыларға сәскәләр тапшырылды.
Әйткәндәй, Рәсәй исеменән сығыш яһаған һәм республика данын яҡлаған паралимпиясыларҙы тантаналы ҡаршы алыу Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса ойошторола.
Сығанаҡ: Башинформ.