«Иҫкәртеү» фейк булып сыҡҡан, хәбәрҙе ҡала хакимиәте лә, «Уфаводоканал» предприятиеһы ла кире ҡаға.
Хәбәр күренгәс тә, «Уфаводоканал» Шөгөр йылғаһы тамағында, Шөгөр тамағынан түбән Ҡариҙелдә, Көньяҡ һыуалғыс тирәһендә һыуҙы тикшереүҙе йышайта, лабораториялар крандарҙан аҡҡан аҡҡан һыуҙы ғәҙәттәгенән йышыраҡ һәм ентеклерәк тикшерә башлай. Тикшереүҙәр бер ниндәй тайпылыуҙарҙы тапмай. Бөтә күрһәткестәр – нормала, эсәр һыу зарарлы түгел, тип хәбәр итә «Уфаводоканал».
Һыуҙы көсәйтелгән режимда тикшереү әле лә дауам итә.
Асыҡланыуынса, өфөләрҙе «иҫкәрткән» шул уҡ текст социаль селтәрҙәр буйлап бер нисә йыл элек тә йөрөгән икән.
«Социаль селтәрҙәрҙә ҡалабыҙҙағы ауыртҡан урын – 1989 йылғы фенол һәләкәтен иҫкә төшөрөү менән бәйле киң күләмле һөжүм бара. Һуңғы тапҡыр ошоноң кеүек фейк-хәбәрҙәр – 2017 йылдың сентябрендә, уға тиклем – 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан таралғайны. Ул саҡтағы кеүек үк, «изге ниәтлеләрҙең» әлеге хәбәрҙәре лә дөрөҫлөккә тап килмәй. Ҡала халҡы һыу сифаты өсөн борсолмаһын», — тиҙәр Өфө хакимиәтендә.
Баш ҡала хакимиәтендә, ялған мәғлүмәт таратыусыларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙы һорап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза бирәсәктәре тураһында белдергәндәр. Законда хәүефһеҙлеккә янаған ижтимағи әһәмиәтле ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн 500 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала.