+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2021, 11:31

ИЛДӘ ЭЛЕКТР АВТОМОБИЛДӘРЕ ТАРМАҒЫН ҮҪТЕРӘСӘКТӘР

23 августа Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин 2030 йылға тиклем илдә  электр транспортын үҫтереү концепцияһына ҡул ҡуйған. Проектҡа 600 млрд һум бүлеү ҡарала, шуның 80 процент самаһы – бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан.

ИЛДӘ ЭЛЕКТР АВТОМОБИЛДӘРЕ ТАРМАҒЫН ҮҪТЕРӘСӘКТӘР
ИЛДӘ ЭЛЕКТР АВТОМОБИЛДӘРЕ ТАРМАҒЫН ҮҪТЕРӘСӘКТӘР

Киләһе өс йыл эсендә  кәм тигәндә 25 000 Рәсәй электромобиле етештереү һәм  ил буйынса  9400 зарядлау станцияһы төҙөү ҡарала.  Былар Башҡортостан халҡына ла ҡағыла.

«Электричка»ға ҡиммәтле бензин ҡойорға, май һәм фильтрҙарын гел алмаштырып торорға түгел, транспорт һалымы юҡ.

Электромобиль уны һатып алыуға киткән сығымды 5-10 йыл эсендә ҡаплай тигән фекер бар. Дөрөҫтөр, сөнки әле үк электромобиль алыусылар һаны йылдам үҫә. Өфө һәм Башҡортостан электромобилселәре йәмәғәт хәрәкәте вәкиле Алексей Ерхов әйтеүенсә, бер-бер ярым йыл элек Өфөлә 100-ләп кенә электр машинаһы булһа, әле ике-өс йөҙ самаһы йөрөп ята, тағы бер нисә йөҙ кеше электромобиль алырға ниәтләнеп йөрөй, уларҙы инфраструктура булмауы ғына тотҡарлай.

Халыҡта әле – башлыса бер зарядтан 100-200 км үтергә һәләтле арзанлы япон автомобилдәре. Әммә билдәле маркалы 10-15 млн һумлыҡ немец һәм американ супекарҙары ла күренгеләй. Тик бөтәһенә лә зарядлау станцияларының булмауы ҡамасаулай.

Яңы федераль концепция был мәсьәләне лә хәл итәсәк. 2030 йылға тиклем 72 мең зарядлау станцияһы, шул иҫәптән 28 мең тиҙ зарядлай торғаны файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.

Ә Башҡортостанда нисек булыр? Йәмәғәт эшмәкәре Динар Ғилметдинов республика мәнфәғәттәрен яҡлау сараларын күреүҙе йәһәтләргә тәҡдим итә. Уның әйтеүенсә, сентябрҙә профиль ведомстволары зарядкаларҙы тәү сиратта төҙөү планлаштырылған территориялар һәм федераль юлдар исемлеген төҙөй башлаясаҡ. Концепцияны тормошҡа ашырыуға 2024 йылға тиклем 47,6 млрд һум бүленәсәк, яңы эш урындары, яңы инфраструктура, төбәктә ғөмүмән яңы тармаҡты үҫтереү мөмкинлеге асылырға тора, тип иҫәпләй Динар Ғилметдинов. Башҡортостанда мөмкин тиклем күберәк станциялар төҙөтөүҙе хәстәрләргә кәрәк, 2030 йылға Рәсәйҙә һәр унынсы автомобилдең электромобиль булыуы планлаштырыла, ти ул.

Аналитиктар фараз итеүенсә, 2025 йылға донъялағы бөтә автомобилдәрҙең 47 проценты углекислый газлы ҡалдыҡтар менән тәбиғәтте бысратмай торған машиналар буласаҡ, йәғни әлеге кеүек эске яныулы двигателле автомобилдәрҙе һатып алыу ҡатмарлашасаҡ.

Ил хөкүмәте Рәсәй электр трансопрты баҙарын үҫтереү өсөн махсус программалар эшләйәсәк: льготалы лизинг, льготалы кредитлау, хатта электромобиль һатып алыуға 25 процентлы ташлама индерелеүе ихтимал.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: