-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2021, 00:07

УЛАРҒА КӘРӘГЕРӘК

Минең Ишморат исемле һәйбәт дуҫым бар. Һис арттырып әйтмәйем, ысынлап та, һәйбәт. Дәрәжәле генә вазифа биләүенә ҡарамаҫтан (дәүләттеке түгел), ябай, мәрхәмәтле, ярҙамсыл булып ҡалды, хеҙмәткәрҙәренә лә, башҡаларға ла һәйбәт. Беҙҙән алыҫ түгел ике ҡатлы аҙыҡ-түлек маркеты бар, унда ай буйы лотерея уйнаттылар, һәр 200 һумға бер лотерея билеты бирелде. Яртыһын махсус йәшниккә һалаһың, ҡалғанын үҙең менән алаһың. Бүләктәре әллә ни иҫ китерлек түгел, әммә супербүләктәре лә бар: смарт-телевизор, ноутбук, кеҫә телефоны. Ул көндө лотерея уйнатыу һөҙөмтәләрен иғлан иттеләр, отҡан номерҙарҙы элеп ҡуйҙылар.

УЛАРҒА КӘРӘГЕРӘК
УЛАРҒА КӘРӘГЕРӘК

Беҙ лотерея уйнатыуға барманыҡ – ҡыҙыҡ түгел. Һөҙөмтәләрҙе ойоштороусыларҙың сайтынан ҡараныҡ. Мин, әлбиттә, бер нәмә лә отманым, хатта һепертке лә эләкмәне, быға ғәжәпләнмәнем дә. Ә Ишморат телевизор отто. Бәхетең бар ҙа инде, тип көлөштөк. Әлбиттә, уға телевизорҙың кәрәге юҡ, өйөндә тотош кинотеатр. Әммә бәхет телевизор Ишморатҡа кәрәк тип иҫәпләне, уның менән бәхәсләшеү урынһыҙ.

Магазинға барып коньяк алырға һәм бүләкте йыуырға булдыҡ. Ишек янына отҡан номерҙарҙы яҙып, стенд элгәндәр. Магазиндан сыҡҡас, тартырға туҡтаныҡ. Стенд янына ике бала эйәрткән урта йәштәрҙәге ҡатын баҫҡан. Аҡса еткерә алмай интегәлер, күрәһең, ҡиәфәтенә ҡарағанда шулай уйларға мөмкин. Бәлки, балаларын яңғыҙы тәрбиәләйҙер? Ҡатын сумкаһын янына ҡуйҙы, ҡулында тиҫтәләгән билет, уйсан ғына бышылдап номерҙарҙы тикшерә. Балалар тынып ҡалған, тын да алмай күҙәтәләр.

– Әсәй, телевизормы? Ҡара, – тип һораны малай.

Ҡатын балаһына боролдо, бер нәмә лә әйтмәне. Икенсе яғынан еңенән ҡыҙы тартты:

– Әсәй, отманыҡмы ни? Бәлки, үҙебеҙ берәй нисек һатып ала алырбыҙ. Тағы ла бер тапҡыр ҡара әле.

Ҡатын бер номерҙарға, бер стендҡа ҡараны, юҡ тип башын сайҡаны. Күрәм, Ишморат уның янына барҙы, иңбашы аша стендҡа күҙ һалған булды. Башҡа эше бөттөмө икән ни, тип уйлайым. Тикшерҙек бит инде. Ә Ишморат стендҡа тағы ла бер күҙ һалды ла, йылмайып, ҡатынға өндәште:

– Ота алманығыҙмы? Балалар телефон таптыралыр инде, – тегеләргә күҙ ҡыҫып алды. Ҡатын да саҡ ҡына йылмайҙы:

– Юҡ, телевизор һорайҙар. Телевизорыбыҙ иҫке, етмәһә, ватылды. Бер нисек тә аҡса еткерә алмайбыҙ, – уның йылмайыуы моңһоу килеп сыҡты.

– Йәнһүрәттәр ҡарарға! Әсәйем кискә тиклем эшләй, өйҙә үҙебеҙгә генә күңелһеҙ, – тип тәтелдәне балалар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә.

– Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, – тине Ишморат, – тормошта төрлө хәлдәр була.

Шунан сумка яғына ымланы:

– Ана, сумкағыҙҙа тағы бер билет күренә, бәлки, отҡандыр. Уныһын тикшерҙегеҙме? Моғайын, ул һеҙҙең бәхетле билеттыр? – Балаларға тағы ла күҙ ҡыҫып алғас, миңә боролдо:

– Киттек.

Ике-өс аҙым китергә лә өлгөрмәнек, артыбыҙҙа урам яңғыратып балаларҙың ҡыуанышып ҡысҡырышҡаны ишетелде:

– Оттоҡ! Оттоҡ! Телевизор!

Мин Ишморатҡа ҡараным.

– Уларға кәрәгерәк, – тине ул, йылмайып.

Башҡаса һүҙ алышманыҡ, аҙымдарыбыҙҙы ҡыҙыулаттыҡ.

Автор:И. МАННАПОВ.
Читайте нас: