+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2021, 13:00

WORLDSKILLS ЙӘШ ОҪТАЛАРҘЫ АСЫҠЛАНЫ

Бөрйән районынан 20 йәшлек Нургиҙәр Ҡолдобаев – WorldSkills Russia – 2021 чемпионатында Башҡортостан йыйылма командаһының алтын миҙал яулаған алты ағзаһының береһе.

WORLDSKILLS ЙӘШ ОҪТАЛАРҘЫ АСЫҠЛАНЫ
WORLDSKILLS ЙӘШ ОҪТАЛАРҘЫ АСЫҠЛАНЫ

Нургиҙәр Тимер ауылында башҡорт теле уҡытыусыһы һәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Заттарында медиктар булмаһа ла, Нургиҙәр бала саҡтан медицина менән мауыға. Белоретта шәхси клиникала стоматолог булып эшләгән еҙнәһе эргәһенә барғылай һәм теш табибы булырға ҡарар итә. Ул, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағындағы колледжға инә һәм теш технигына уҡый башлай.

«Ворлдскиллс» тураһында ул уҡытыусыһы һәм кәңәшсе-тәрбиәсеһе Роман Ситдиҡовтан ишетә. Роман Эдуард улы Нургиҙәрҙе чемпионатҡа әҙерләй. Егет тәүҙә төбәк һайлауын, шунан округтыҡын үтә, унан һуң милли финалға эләгә.  

«Өс көн буйы эксперттарға өс эште үтәп тапшырырға тейеш булдыҡ: өлөшләтә алына торған протез моделен, бюгелле протез каркасы моделен һәм алынмай торған протез моделен, — ти Нургиҙәр. – Мин «Ортопедик стоматология» компетенцияһында беренсе урынды алғанымды иң аҙаҡҡа тиклем белмәнем».

Колледжды тамамлағас, Нургиҙәр Ҡолдобаев БДМУ-ға  инеп, стоматолог һөнәре буйынса артабан уҡырға хыяллана.  

25 – 29 августа Өфөлә үткән WorldSkills Russia – 2021 туғыҙынсы чемпионаты финалында Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урынды алды.

Бына Башҡортостан йыйылма командаһының еңеүселәре:

«Алтын» миҙал яулаусылар: Булат Ниғмәтуллин, Виталий Зәйнуллин, Алёна Волостнова, Нургиҙәр Ҡолдобаев, Вадим Мортазин, Элина Диниева.

Көмөш призерҙар: Светлана Милютина, Семён Дядюрин, Владислав Мирсков, Эмиль Ҡалманов, Динислам Суфиянов, Денис Никитин, Альберт Николаев, Булат Әхмәтйәнов, Игорь Чиликин, Виктор Ужегов, Әнүәр Ғафаров, Данил Панин, Ислам Аҡҡужин, Регина Мостафина, Дарья Сальникова, Айвар Сафуанов.

«Бронза» алыусылар: Альбина Ғарифуллина, Андрей Сабиров, Руслан Хисаметдинов, Кирилл Балаев, Данил Васильев, Даниил Сәхипов, Артём Мартынов, Радмир Ғәлиәкбәров, Эльвина Ғибәҙуллина, Маргарита Насрова, Денис Рысаев, Алина Хисмәтуллина, Эдуард Ғибәҙуллин, Артур Юнысов, Маргарита Ғөбәйҙуллина, Ралина Сәғҙиева, Линар Бикмөхәмәтов, Дмитрий Волков, Анастасия Бабкина, София Изосимова, Эльвина Басирова, Гүзәл Уйылданова, Арина Миролюбова, Анастасия Баязитова.

Сығанаҡ: Башинформ 1, 2.

 

WORLDSKILLS ЙӘШ ОҪТАЛАРҘЫ АСЫҠЛАНЫ
WORLDSKILLS ЙӘШ ОҪТАЛАРҘЫ АСЫҠЛАНЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: