«Һәйбәт йола буйынса беҙ Белем көнөндә яңы мәктәптәр асабыҙ, – тине республика етәксеһе. – Һеҙҙең ауыл йылдам ҙурая, һәм, әлбиттә, был мәктәп бик кәрәк ине».
Радий Хәбиров бөтә уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, белем алыуҙа ғына түгел, спортта, ижадта ла алға барыуҙарын теләне. Башҡортостан Башлығы үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү бурысын үтәүгә белемен, көсөн, һәләттәрен биргән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Мәктәп төҙөлөшөнөң генераль подрядсыһы булған «Дортрансстрой» ЯСЙ-һы генераль директоры Дмитрий Ғилемйәнов яңы мәктәптең директоры Павел Деркачҡа символик асҡысты тапшырҙы. Шунан беренсе ҡыңғырау сыңланы, беренсе класс уҡыусылары саф-саф булып үҙ кластарына йүнәлде.
Белем биреү үҙәге 640 уҡыусыға иҫәпләнгән. 160 бала йөрөрлөк балалар баҡсаһы ла бар. Уны «Демография» милли проектының «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү мөмкинлеген тәьмин итеү» төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөгәндәр.
Мәктәп ашханаһында Радий Хәбиров меню менән ҡыҙыҡһынды. Уға башлыса республикала үҫтерелгән продукция ҡулланылыуы тураһында әйттеләр. «Беҙ быйыл, бюджеттан аҡса табып, ассортиментты киңәйтеү мөмкин булһын өсөн мәктәп туҡланыуына бер аҙ өҫтәнек. Иң мөһиме, аҙыҡ балаларыбыҙға оҡшаһын, тәмле һәм файҙалы булһын», — тине Башҡортостан Башлығы.
Һандар һөйләй:
Бөгөн, 1 сентябрҙә, Башҡортостан мәктәптәрендә 498 441 уҡыусы яңы уҡыу йылын башланы. Был былтырғынан 9,8 меңгә күберәк.
Беренсе класҡа барыусылар һаны – 58 544 (2000 самаһына күберәк).
Өфөлә 130 меңдән ашыу уҡыусы, шул иҫәптән 15 мең беренсе класс уҡыусыһы, мәктәп ҡыңғырауы байрамына китте.
1 сентябргә республикала 18 мәктәп, 5 балалар баҡсаһы яңыртып ремонтланды. Уҡыу йылы аҙағына тиклем 9 яңы мәктәп, 3 балалар баҡсаһы файҙаланыуға индереләсәк, 7 мәктәптә, 2 балалар баҡсаһында һәм 1 спорт мәктәбендә капиталь ремонт тамамланасаҡ.
2019–2020 йылдарҙа Башҡортостанда 28 дөйөм белем биреү ойошмаһында 9918 уҡыу урыны файҙаланыуға тапшырылған, был 2017–2018 йылдарға ҡарағанда 6838-гә күберәк.
Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса, быйыл мәктәптәргә, бөтәһенән элек ауылдағыларға, капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программа ҡабул ителәсәк. Башҡортостанда 365 мәктәп ремонтҡа мохтаж. Уларҙың исемлеге төҙөлөп, Рәсәй Мәғариф министрлығына ебәрелгән.
Сығанаҡ: Башинформ.