+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2021, 13:09

БЕР ТӘҮЛЕКТӘ 4 МИЛЛИОН ҺУМ УҒРЫЛАР КЕҪӘҺЕНӘ КҮСКӘН

Республика эске эштәр органдарының дежур бүлектәре интернет, телефон аша алданған граждандарҙан байтаҡ ғариза ала. Тәүлек һайын  миллиондарса һумдар уғрылар кеҫәһенә күсә.  

БЕР ТӘҮЛЕКТӘ 4 МИЛЛИОН ҺУМ УҒРЫЛАР КЕҪӘҺЕНӘ КҮСКӘН
БЕР ТӘҮЛЕКТӘ 4 МИЛЛИОН ҺУМ УҒРЫЛАР КЕҪӘҺЕНӘ КҮСКӘН

Һуңғы тәүлектә дежур бүлектәргә мутлашыу тураһында 12 кешенән мөрәжәғәт теркәлгән. Ул кешеләрҙең дүртеһе банк хеҙмәткәре итеп танытыусыларҙан алданған, өсөһө – интернет аша тауар һатып алғанда, дүртеһе – төрлө хеҙмәттәр һатып алғанда, берәү брокер  компанияһына инвестиция һалдырыусылар арҡаһында аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.

Стәрлетамаҡта 53 йәшлек иргә банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре булып шылтыраталар һәм, йәнәһе, аҡсаһын ҡотҡарыу өсөн кредит алырға һәм уғры әйткән иҫәпкә күсерергә ҡушалар. Шулай итеп, был кеше 2 миллион һумын юғалта.

«Ирегеҙ юл-транспорт һәләкәтенә эләккән» тип алдауҙың сираттағы ҡорбаны – Дыуан районынан 38 йәшлек ҡатын. Был хаҡта шылтыратҡан кеше аҡса күсерер өсөн иҫәп әйтә, ирен ҡотҡарам тип уйлаған ҡатын картаһында булған бөтә 30 меңде шунда күсерә.  Бер аҙҙан ғына алданғанын аңлап ҡала.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: